Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Июль 2023, 16:38

Танып йылғаһы буйында 20 рәссам...

Бер нисә көндән Борай районының Ваныш-Алпауыт ауылында Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы асыла.

Танып йылғаһы буйында 20 рәссам...
Танып йылғаһы буйында 20 рәссам...

17 - 26 июлдә «Танып һыу» сараһы үтә. Ул быйыл Рәсәйҙәге Педагог һәм остаз йылына, Башҡортостандағы Атайсалға изге ғәмәлдәр йылына арнала.

Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан 20 рәссам 10 көн дауамында Тере (Етеҙ) Танып йылғаһы буйында йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәтен, дуҫлығын өйрәнеп, әҫәрҙәрендә сағылдырасаҡ. Һуңғы көндә Борайҙағы Арт-галереяла йомғаҡлау күргәҙмәһе ойошторола. Был күсмә күргәҙмә Балтас, Яңауыл, Ҡалтасы райондарында ла буласаҡ.

Проект БР халыҡтарының милли мәҙәниәтен танытыу маҡсатында республика Хөкүмәтенең бренд сараларға субсидияһы ярҙамында БР Мәҙәниәт министрлығы, Борай районы хакимиәте булышлығында ғәмәлгә ашырыла.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-07-13/tanyp-yyl-a-y-buyynda-20-r-ssam-3338664
Танып йылғаһы буйында 20 рәссам...
Танып йылғаһы буйында 20 рәссам...
Автор:
Читайте нас: