Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июль 2023, 09:00

Һәләтлеләр һәләтен күрһәтте

Иҫке Ҡолсобай ауылында мари халҡы ижады фестиваль-конкурсы үтте. Сараға республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәгән мари халҡы йыйылды.

Һәләтлеләр һәләтен күрһәтте
Һәләтлеләр һәләтен күрһәтте

Фестиваль-конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең һәләтен төрлө яҡтан күрһәтте. Улар халыҡ уйын ҡоралдары, яңғыҙ йырлау, нәфис һүҙ, биҙәү-ҡулланма һәм һынлы сәнғәт номинацияларында сығыш яһаны. Сараны Иҫке Ҡолсобай ауылы уҙаманы, йырсы һәм үҙешмәкәр автор Арсений Андреев ойошторҙо.
Сара башҡа мари байрамдары кеүек үк байтаҡ халыҡты йыйҙы. Ҡул эштәре уңғандары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары тәжрибәләре менән уртаҡлашты, гармунсылар төрлө көйҙәрҙе бергә уйнаны, йырсылар йырҙар менән бүлеште, һәм әлбиттә, барыһы ла мари халҡының билдәле бейеүе «арҡан ишеү»ҙе бейене.
Жюри ағзалары байрамға йомғаҡ яһап, төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләне. «Нәфис һүҙ» номинацияһында 1-се урынды — Лепешкин ауылынан Святослав Яндуганов, 2-се урынды — Нефтекама ҡалаһынан Людмила Бәйрәмова, 3-сө урынды Мишкә ауылынан Леонид Иванов яуланы.
«Биҙәү-ҡулланма һәм һынлы сәнғәт» номинацияһында Ҡалтасы районынан Олеся Мурсакаева һәм Римма Тимербаева, Любовь Калитова (Иҫке Аҡбулат ауылы) һәм Лариса Исламова (Илек ауылы), Вениамин Зәйнетдинов (Бөкләнде ауылы) еңеүсе булды.
«Халыҡ инструменттары» номинацияһында Йәнситовтарҙың ғаилә ансамбленә (Тынбай) етеүсе булманы (һүрәттә).
«Яңғыҙ йырлау» номинацияһында Гран-приҙы Алена Ашиева (Кесе Нәкәрәк) алды. Иҫке Ҡолсобайҙа үткән матур байрам милләттәштәрҙе берләштереп кенә ҡалманы, ә ауылды республиканың башҡа райондарына һәм ҡалаларына ла танытты.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Мишкә районы.

Һәләтлеләр һәләтен күрһәтте
Һәләтлеләр һәләтен күрһәтте
Автор:
Читайте нас: