Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июль 2023, 10:17

Дәрт-дарманлы “йәшлек”тәр

Район Мәҙәниәт һарайының “Йәшлек” бейеү ансамбле барлыҡҡа килеүҙәренең 40 йыллығын билдәләргә йыйына. Ошо көнгә тиклем унда нисә быуын ул һәм ҡыҙҙар ҡанат нығытҡан, ялҡынлы бейеүҙәре менән сәхнәләрҙе һелкеткән икән!

Дәрт-дарманлы “йәшлек”тәр
Дәрт-дарманлы “йәшлек”тәр

Ансамбль ирешкән уңыштар нигеҙендә уның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы Мөнированың тынғыһыҙ эшмәкәрлеге ята. Йыл һайын “йәшлек”тәр төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып, байтаҡ призлы урындар яулай, районда уҙған бер генә сара ла уларҙың рухлы, дәртле сығышынан башҡа үтмәй. Халыҡ байрамдарында ла улар йөҙөк ҡашындай һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Райондаштар хәҙер концерттарҙа “Шатлыҡ” балалар бейеү ансамблен дә күреп ҡыуана, улар – “йәшлек”тәрҙең буласаҡ алмашсыһы.
Бер нисә йыл рәттән Һабантуй байрамына Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы үтә зауыҡлы, йөкмәткеле театрлаштырылған хореографик тамаша әҙерләй. Быйылғыһында ла йөҙҙән артыҡ кеше ҡатнашты. Тамашала районыбыҙҙы төйәк иткән төрлө милләттең берҙәмлеге, дуҫлығы, мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре сағылыш тапты. Район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин һабантуйҙа ансамбль етәксеһенә Почет грамотаһы тапшырҙы. Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы был баһаны тотош ансамблдең уңышы тип иҫәпләй.
Өфөлә үткән Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының беренсе көнөндә, “Йәшлек” ансамбле Ҡариҙел районы делегацияһы составында, “Дуҫлыҡ урамы” милли мәҙәниәттәр фестивалендә мәртәбәле ҡунаҡтарҙы рухлы, дәртле хореографик композиция менән ҡаршы алды.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Дәрт-дарманлы “йәшлек”тәр
Дәрт-дарманлы “йәшлек”тәр
Автор:
Читайте нас: