Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июль 2023, 10:53

Яратҡан эшенән илһам ала

Фидания Сөләймәнова район мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур көс һала

Яратҡан эшенән илһам ала
Яратҡан эшенән илһам ала

Фидания Фәнғәт ҡыҙы Сөләймәнова сығышы менән Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан. Бәләкәй сағынан уҡ йырларға яратҡан, төрлө район-республика конкурстарында ҡатнашҡан. “Йырлау һәләте миңә атайымдан бирелгән. Ул өҙҙөрөп баянда уйнай, моңло итеп йырлай ине. Минең дә йыр-моңға булған һәләтемде үҫтерергә тырышты”, – тип ғорурлыҡ хисе менән иҫкә ала ул ҡәҙерле кешеһен.

Йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ Бөрө дәүләт педагогия институтында уҡып, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Студент сағында төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Сәнғәткә булған һөйөүе уны мәҙәниәт өлкәһенә алып килә һәм Бөрө ҡала мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙ эшләгәс, Бөрө район мәҙәниәт йортона күсә. Художество етәксеһе булараҡ, Фидания Фәнғәт ҡыҙы Бөрө районының ауыл мәҙәниәт йорттары менән ҙур эш алып бара. Ижади коллективтар менән төрлө фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулайҙар, район күләмендәге мәҙәни сараларҙы үткәрәләр. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә төрлө яҡлап методик ярҙам күрһәтә ул.
Фидания Фәнғәт ҡыҙының мәҙәниәт өлкәһендә эшләүенә 20 йыл булып киткән. Ул яратҡан һөнәренә бар күңел йылыһын һәм тырышлығын һала. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тығыҙ эш графигы барыһына ла мәғлүм. Улар шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, халыҡтың ялын һәм мәҙәни тормошон ойоштороуға күп көс һала.
Фидания Сөләймәнованың үҙенең дә ижади уңыштары байтаҡ. 2007 йылда республикала “Туған тел“ конкурсында лауреат була. 2010 йылда Нефтекама ҡалаһында үткән “Халыҡ-ара дуҫлыҡ моңо“ фестивалендә Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының махсус бүләгенә лайыҡ була. Шул уҡ йылда Өфөлә “Урал моңо” конкурсында финалға сыға. Былар әле уңыштарҙың бер нисәһе генә.
Яратҡан эшенән илһам, көс-дәрт алыусы Фидания Фәнғәт ҡыҙы ғаиләһендә лә бәхетле. Уңған хужабика, хәстәрлекле әсәй һәм һөйөклө тормош иптәше ул. Илнар Фәрит улы менән студент саҡта танышалар. Ул сығышы менән Ҡариҙел районы Яугилде ауылынан, полиция хеҙмәткәре. Ошо көндәрҙә Сөләймәновтарҙың ғаилә ҡороуына 20 йыл тулған. Матур итеп донъя ҡороп, өс балаға ғүмер биргән улар. Әлеге көндә өлкән ҡыҙҙары Элина Өфө дәүләт медицина университетының педиатрия факультетында уҡый. Улдары Азамат 9-сы класты тамамлап, Бөрө медицина-фармацевтика колледжына уҡырға инергә әҙерләнә. Ә кескәйҙәре Салауат 2-се класҡа күскән. Балаларын аҡыллы, эшһөйәр, изге күңелле итеп тәрбиәләүгә, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә айырыуса ҙур тырышлыҡ һала Сөләймәновтар. Ғаиләлә атайҙарына эйәреп, барыһы ла спорт ярата.
Фидания Фәнғәт ҡыҙының хыялы – киләсәктә Бөрөлә сәнғәткә ғашиҡ милләттәштәрҙе берләштереп, башҡорт ансамблен төҙөү. Милли бейеүҙәрҙе, йырҙарҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы өйрәнеп, уларҙы район һәм ҡала халҡына күрһәтергә тырыша ул.


Камила Әхмәтйәнова,
Рушания Фазылова.

Бөрө районы.

Яратҡан эшенән илһам ала
Яратҡан эшенән илһам ала
Автор:
Читайте нас: