Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Июнь 2023, 09:57

16 июнь – Милли батырыбыҙ Салауат ЮЛАЕВТЫҢ тыуған көнө

Бөгөн Башҡортостан тарихында мәңге һаҡланған бөйөк, дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл.

16 июнь – Милли батырыбыҙ Салауат ЮЛАЕВТЫҢ тыуған көнө
16 июнь – Милли батырыбыҙ Салауат ЮЛАЕВТЫҢ тыуған көнө

Яҡты донъянан киткәндә Салауатҡа ни бары 46 йәш була, шуның 25 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Әммә халыҡ хәтерендә ул йәш, 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ титан булып һаҡлана.

Уның образы Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө. Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар. Уның исеме ҡала, район, хоккей клубы, предприятиелар, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донецк, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үтә, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ba/news/b%D3%A9g%D3%A9n-milli-batyryby%D2%99-salauat-yulaevty%D2%A3-tyu%D2%93an-k%D3%A9n%D3%A9

16 июнь – Милли батырыбыҙ Салауат ЮЛАЕВТЫҢ тыуған көнө
16 июнь – Милли батырыбыҙ Салауат ЮЛАЕВТЫҢ тыуған көнө
Автор:
Читайте нас