Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель 2023, 11:00

Рузинә Рауил ҡыҙы Ниғәмәтова

– Иҫке Аҡбүләк күп функциялы ауыл клубында мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй.

Рузинә Рауил ҡыҙы  Ниғәмәтова
Рузинә Рауил ҡыҙы Ниғәмәтова

Бала сағынан йыр-моңға ғашиҡ булыуы уҡытыусы ҡыҙҙы клубҡа алып килә. Бөгөн инде ул байтаҡ тәжрибә туплаған белгес. Иҫке Аҡбүләк ауыл клубында йәше-ҡарты менән төрлө сараларҙы ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәрә. Район Мәҙәниәт һарайы белгестәре Рүзинә Рауил ҡыҙының һәләтен күреп, республика кимәлендәге бәйге-конкурстарға, акцияларға йәлеп итә. Ошо көндәрҙә Балтас районында үткән “Йәш килен” республика этноконкурсында ла лайыҡлы сығыш яһаны. Ҡариҙел ерлегенә генә хас үҙенсәлектәр менән байытып, “Һыу юлына барыу”, “Һандыҡ асыу”, “Килен сәйе” йолаларын ҙур оҫталыҡ менән күрһәтте. Балалары Айлина, Камилә, Айбулат та ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Рүзинә 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. “Йыл дауамындағы иң иҫтәлекле ваҡиғағыҙҙы атағыҙ”, тигән һорауға Рүзинә Рауил ҡыҙы тап ошо еңеүен әйтте.
Йәшәйешебеҙгә көн һайын тиерлек йәм, сәнғәт, ижад, гармония һәм матурлыҡ бүләк иткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен уҙған һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Артабан да эштәре тик шатлыҡлы, иҫтәлекле ваҡиғаларҙан-сараларҙан ғына торһон!

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Рузинә Рауил ҡыҙы  Ниғәмәтова
Рузинә Рауил ҡыҙы Ниғәмәтова
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: