Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель 2023, 10:00

Һандуғастай моңло тауышлы Ләйүзә Төхвәтулла ҡыҙы Ғәлиева

мәҙәниәт өлкәһендә 37 йылдан ашыу эшләй.

Һандуғастай моңло тауышлы  Ләйүзә Төхвәтулла ҡыҙы Ғәлиева
Һандуғастай моңло тауышлы Ләйүзә Төхвәтулла ҡыҙы Ғәлиева

Һандуғастай моңло тауышлы Ләйүзә Төхвәтулла ҡыҙы Ғәлиева мәҙәниәт өлкәһендә 37 йылдан ашыу эшләй. Яңы Аҡбүләк ауылы ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт-ағартыу техникумында белем алып, вокалсы булып район Мәҙәниәт һарайында хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙҙан вокаль ансамбль төҙөп, тамашасы һөйөүен яулай. Ләкин яҙмыш һынауы арҡаһында Ләйүзә Төхвәтулла ҡыҙы иҫ киткес тауышын юғалта. Әммә оло ихтыяр көсө, хеҙмәттәштәренең таянысы уны яратҡан эшенән айырмай. Табиптар уға йырларға ярамағанын белдергәнгә күрә, Ләйүзә ханымды өлкән методист итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан әҙәби бүлекте етәкләп, төрлө сараларға сценарийҙар әҙерләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн уға Мәҙәниәт министрлығынан Рәхмәт хаты тапшырылған. “Йыл дауамындағы иң иҫтәлекле ваҡиғағыҙҙы атағыҙ”, тигән һорауға Ләйүзә ханым “Халҡым мираҫы” район фольклор конкурс-фестивален билдәләне. Ул был сараның жюри ағзаһы, шуға бөтә ауыл клубтарында була. Ләйүзә Төхвәтулла ҡыҙы һәр ерҙә талантлы халыҡ йәшәүен, урындарҙа милли мәҙәниәтебеҙҙең яңы һулыш кисереүен, ауыл методистарының тырышып эшләүен юғары баһаланы.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Һандуғастай моңло тауышлы  Ләйүзә Төхвәтулла ҡыҙы Ғәлиева
Һандуғастай моңло тауышлы Ләйүзә Төхвәтулла ҡыҙы Ғәлиева
Автор:
Читайте нас: