Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2023, 09:00

Хеҙмәттән — йәм, тормоштан тәм таба

Гүзәлиә Әхмәтйәнова — тырыш хеҙмәте менән оло ихтирам яулаған шәхес. Ул инде 26 йыл район Мәҙәниәт һарайында үҙ эшен яратып һәм бар күңел йылыһын һалып, методист булып эшләй.

Хеҙмәттән — йәм, тормоштан тәм таба
Хеҙмәттән — йәм, тормоштан тәм таба

Мәҙәниәт халыҡ тормошонда мөһим урын алып тора. Сәнғәт кешеһе халыҡҡа мәҙәни яҡтылыҡ, мәрхәмәт сатҡылары өләшә. Матурлыҡты күрә һәм баһалай белмәһәң, был һөнәргә бар йәнең менән бирелеп эшләп булмайҙыр. Ә Гүзәлиә Зөфәр ҡыҙына был сифаттар тәбиғәттән бирелгән.
— Эшләү дәүерендә Гүзәлиә Зөфәр ҡыҙы үҙен юғары квалификациялы белгес итеп күрһәтте. Методист булараҡ, эште дөрөҫ һәм юғары кимәлдә ойоштора, кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү, йыйыу, һаҡлау, эшкәртеү һәм ҡулланыуҙың заманса ысулдарын белә. Үҙенә ышанып тапшырылған йүнәлеш менән оҫта етәкселек итә, хеҙмәткәрҙәр араһында лайыҡлы хөрмәт менән файҙалана. Мәҙәниәт йорто эшмәкәрлегенә файҙалы йоғонто яһаған тәҡдимдәре менән ҡыуандыра, — ти уның тураһында район Мәҙәниәт һарайы директоры Гөлфиә Шәисламова.
Гүзәлиә Зөфәр ҡыҙының төп вазифаһынан башҡа сәхнә түрендә үҙе генә лә, коллективтар менән дә йырлағанын һәм өҙҙөрөп бейегәнен район халҡы һоҡланып ҡарай. Ул республика, төбәк-ара сараларҙа ла даими сығыш яһай. “Балҡыш” халыҡ театры һәм “Етегән шишмә” халыҡ эстрада фольклор коллективы ағзаһы ла. Эшенә намыҫлы ҡарашы өсөн күп төрлө Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.
Гүзәлиә Зөфәр ҡыҙы тормош иптәше Рәмил Дамир улы менән ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итеп, Иҫке Балтас ауылында матур ғүмер кисерәләр. Ҡыҙҙары икеһе лә Чайковский медицина колледжының фармацевтика факультетын тамамлап, Өфө ҡалаһында эшләй. Ә кесе улдары әлегә мәктәп уҡыусыһы.
Өйҙә Гүзәлиә Зөфәр ҡыҙы оҫта хужабикә, яратҡан һәм хәстәрлекле әсәй һәм тормош иптәше. Тәмле аштар бешереүҙән, матур гөлдәр үҫтереүҙән йәм таба ул. Ысын мәғәнәһендә матурлыҡты күрә белеү бер хәл, уны булдырыу — үҙе оло һәләт.
— Күңел биреп башҡарған эшеңә тоғро булыу өсөн тормош иптәшеңдең, туғандарыңдың быны аңлауы мөһим. Айырыуса беҙҙеке кеүек тынғыһыҙ эштә. Балаларыбыҙҙы тәрбиәләшеүҙә әсәйемдең ярҙамы ҙур. Һәр көн эштән арып ҡайтыуға тәмле аштар менән көтөп ала ул беҙҙе. Көн дә изге доғалары менән оҙатып ҡала. Шуға күрә, тыныс күңел менән эшләү бәхете тейҙе миңә. Ә иң мөһиме — илһамланып эшкә барғанда ваҡытлыса ауырлыҡтар еңелә, ҡуйған маҡсаттар тормошҡа аша, — ти Гүзәлиә Әхмәтйәнова.

 

Авторы: Фирғәт Нәбиуллин.

Хеҙмәттән — йәм, тормоштан тәм таба
Хеҙмәттән — йәм, тормоштан тәм таба
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: