Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2023, 11:10

Үҙ эшенең оҫталары

Район Мәҙәниәт һарайы директоры Мирза Тәфкил улы Хөсәйенов — алыштырғыһыҙ етәксе.

Үҙ эшенең оҫталары
Үҙ эшенең оҫталары

Һәр саҡ коллективының уңыштарына ихлас ҡыуана, шәхси проблемалар килеп тыуғанда ыңғай хәл итергә тырышыусы изге күңелле директор. Үҙе лә йыш ҡына сәхнәлә моңло йырҙары менән тамашасыларын һөйөндөрә. Мирза Тәфкил улы уҙған һайлау кампанияһында депутат итеп һайланды. Был эшендә лә ул һынатмай, яугирҙарға гуманитар ярҙам ебәреүҙә әүҙем ҡатнаша, яҡташтарыбыҙ Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән саҡта үҙе лә ылауҙы оҙатып барып ҡайтты. Күп балалы ғаиләләргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә лә һәр төрлө ярҙам күрһәтеп тора. “Йыл дауамындағы иң иҫтәлекле ваҡиғағыҙҙы атағыҙ”, тигән һорауға Мирза Тәфкил улы Өфөлә үткән “Арт-ҡоролтай” мәҙәниәт форумында ҡатнашыуын билдәләне. Ошо сарала уның ҡыҙы Диана Латыпова Почет грамотаһы менән бүләкләнгәненә ғорурланып ҡайтҡан. Республика күләмендә уҙған төрлө һөнәри конкурстарҙа ҡатнашҡан хеҙмәттәштәрен дә һәр саҡ еңеүгә әйҙәп, дәртләндереп тора Мирза Тәфкил улы. Бынан тыш, автоклуб бригадаһы менән мәҙәниәт усаҡтары булмаған ауылдарға барып, төрлө саралар ойошторорға ярҙам итә.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Үҙ эшенең оҫталары
Үҙ эшенең оҫталары
Автор:
Читайте нас: