Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2023, 14:00

Үҙ эшен кинәнеп башҡарған

Рәмзилә Мәғрүф ҡыҙы Йыһаншина

Үҙ эшен кинәнеп башҡарған
Үҙ эшен кинәнеп башҡарған

Үҙ эшен кинәнеп башҡарған Рәмзилә Мәғрүф ҡыҙы Йыһаншина әленән-әле йөкмәткеле саралары менән ауылдаштары тормошон йәнләндереп тора. Иҫке Бағаҙы ауылында талантлы кешеләр йәшәй. Рәмзилә Мәғрүф ҡыҙы уларҙың һәр береһен сәхнәгә алып сығырға тырыша. Һөҙөмтәлә матур концерттар, спектаклдәр тыуа, төрлө тематик акция-флешмобтарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Бынан тыш, оҫталарҙың ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойоштора. Шағир-яҙыусыларҙың юбилейҙары айҡанлы әҙәби уҡыуҙар үткәреү, тематик мөйөш булдырыу ҙа мәҙәниәт йортонда күптән яйға һалынған. Рәмзилә Мәғрүф ҡыҙы ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнай, тиһәк тә хата булмаҫ. Төҙөкләндереү, ағас ултыртыу кеүек изге эштәргә ауылдаштарын йәлеп итеү ҙә уның иңендә. “Йыл дауамындағы иң иҫтәлекле ваҡиғағыҙҙы атағыҙ”, тигән һорауға Рәмзилә Йыһаншина ғорурлыҡ менән ауылдарындағы шишмәне төҙөкләндереүҙе, мәҙәниәт йорто биләмәһендә балалар майҙансығын булдырыуҙы һәм асфальт юл түшәлеүен, ауылдаштарының “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында 2-се урын яулауын әйтте.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Үҙ эшен кинәнеп башҡарған
Үҙ эшен кинәнеп башҡарған
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: