Һәр ҡатнашыусы яратҡан әҙәби әҫәренән өҙөк уҡыны. Конкурсанттар грамоталы матур һөйләм, тексты белеү, артистик башҡарылыш һәм образға инеү оҫталығын күрһәтте. Бәйгенең мәжбүри шарты уҡыусылар һайлаған әҫәрҙәрҙең мәктәп программаһынан булмауы ине.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Илназ Сәйетғәлиев (Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе), Илвина Ғәйнетдинова (Иҫке Балтас 2-се мәктәбе), Дмитрий Вәлиев (Түбән Һикеяҙ урта мәктәбе) һәм Юлиә Асрарова (Штәнде урта мәктәбе) еңеүселәр дип билдәләнде.
Еңеүселәр әлеге конкурстың Өфөлә уҙасаҡ төбәк этабында районыбыҙҙы тәҡдим итәсәк. Улар дипломдар менән бүләкләнде. Йәш нәфис һүҙ оҫталарына уңыштар теләйбеҙ!
Фирғәт Нәбиуллин.