

Был сара милли мәҙәниәтте үҫтереү муниципаль программаһына ярашлы, һәм Башҡортостанда файҙалы эштәр йылына арнала. Һәр ауылда, һәр төбәктә үҙҙәренә генә хас милли һыҙҙаттары, үҙенсәлекле көнкүреше, бай тарихы, киң билдәле шәхестәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, күркәм йолалары бар. Бына шул халҡыбыҙ гәүһәрҙәрен сәхнәгә алып сығып, үҫеп килгән быуынға күрһәтеү фестиваль-конкурс маҡсаттарының береһе. Был сараға иң элек Сиҙәш, Муллаҡай ауыл клубтары таланттары ҡушылды. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Р.Булатов, район Мәҙәниәт һарайы методистары Ю.Р.Вәлиева, Л.Т.Галиева составындағы мәртәбәле жюри беренсе ауылда “Ҡаҙ өмәһе” байрамын ҡараны. Муллаҡайҙар иһә уларға бай йөкмәткеле “Кис ултырыу” өлгөһөн тәҡдим итте. Икенсе көн дә фольклор сараларына йомарт булды. Бөгөн жюри ағзалары Иҫке Бағазы ауылында “Туй йолаһы”үрнәгенә һоҡланды, Түбәнге Балмазыла иһә уларҙы Балыҡ байрамына көтөп торалар ине. Хәбәрсе ҡәләмен алып мин дә улар менән Абыҙ ауылы клубына килдем. Бындағы коллективтың капиталь ремонттан һуң йылы, зауыҡлы мәҙәни йортонда беренсе тапҡыр һынау тотоуҙары. Район үҙәгенән понтон күпер генә айырып торған Абыҙ ауылы бик бай тарихлы икән. Алып барыусы Резеда Мәғдән ҡыҙы Хатмуллина, ошо ауыл ҡыҙы булараҡ, эҙмә-эҙлекле рәүештә тарихи ваҡиғаларҙы экран ярҙамында бәйән итә барҙы. Сәхнәлә иһә кис ултырыу, һалдаттарҙың ялы мәле күренештәре сағылдырылды. Улар иһә йыр-моң, шаян бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Конкурс программаһы аҙағында жюри ағзаһы Юлиә Рушан ҡыҙы Вәлиева артистарға рәхмәттәрен еткерҙе, һәм фестиваль-конкурстың тәүге бүләген – ҡатнашыусы дипломын тапшырҙы.
Гөлнара Солтанова.
Ҡариҙел районы.