Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Декабрь 2022, 15:19

Карталағы аҡсаны тотоноп өлгөрөгөҙ, сөнки ҡалғаны яна

2023 йылдың 1 ғинуарында лимит яңыртыла, ләкин уҙған йылдың ҡалған өлөшө күсерелмәй.

Карталағы аҡсаны тотоноп өлгөрөгөҙ, сөнки ҡалғаны яна
Карталағы аҡсаны тотоноп өлгөрөгөҙ, сөнки ҡалғаны яна

Пушкин картаһы иҫәбендә ятҡан биш мең һумды йыл аҙағына тиклем тотонорға кәрәклеге иҫегеҙҙәме? 2023 йылдың 1 ғинуарында лимит яңыртыла, ләкин уҙған йылдың ҡалған өлөшө күсерелмәй.

Пушкин картаһы менән 44 меңгә яҡын сараға - экскурсияларға, күргәҙмәләргә, киносеанстарға, спектакль һәм концерттарға барырға мөмкин. Әйткәндәй, кинотеатр билеттарына лимит билдәләнгән: Пушкин картаһындағы ике мең һумға тиклем генә аҡсаны киноға тотонорға мөмкин. Күңелеңә хуш килгән сараны культура.рф порталында vk.cc/cd9Os0 һайларға мөмкин.

Пушкин картаһын кем юллай ала?

14 - 22 йәшлек кешеләр. Рәсмиләштергәндә картаға биш мең һум аҡса күсерелә.

Карта юллау өсөн:
- «Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» мобиль ҡушымтаһын күсереп алырға vk.cc/cdxs6o (бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш);
- виртуаль йәки пластик картаны һайларға кәрәк.

Виртуаль карта ҡушымтала уҡ бирелә. Пластик карта алыу өсөн Почта Банк бүлексәләренең береһенә барырға кәрәк буласаҡ. Үҙең менән паспорт һәм СНИЛС алыу мөһим.

Пушкин картаһын ете миллиондан ашыу кеше алған да инде: vk.cc/c5zy5a

«Пушкин картаһы» программаһына булышлыҡ итеү хеҙмәте: 8-800-100-06-45

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-11-30/kartala-y-a-sany-totonop-lg-r-g-s-nki-al-any-yana-3052201
Карталағы аҡсаны тотоноп өлгөрөгөҙ, сөнки ҡалғаны яна
Карталағы аҡсаны тотоноп өлгөрөгөҙ, сөнки ҡалғаны яна
Автор:
Читайте нас: