Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2022, 15:00

Моңло күңел — йырлы ғүмер

Үҙешмәкәр композиторҙың оло юбилейына арналған ижади кисә уҙҙы

Моңло күңел — йырлы ғүмер
Моңло күңел — йырлы ғүмер

Борай районының күренекле һәм маҡтаулы шәхесе, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәсил Карам улы Хәбисламовтың ижад кисәһе бик йылы, күңелле мөхиттә уҙҙы. Изге теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре үҙе ижад иткән йырҙар менән үрелеп барҙы.
Оло хөрмәткә эйә юбилярҙы ҡотларға район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, уның беренсе урынбаҫары Гемир Нуртдинов, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Илгиз Харисов, Яңауыл районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ринат Ибраһимов, Әзәк һәм Ҡузбай ауыл биләмәләре башлыҡтары Айрат Мөхәйәров менән Фәнил Закиров һәм хеҙмәттәштәре, рухташтары, замандаштары килгәйне.
Вәсил Хәбисламов 1937 йылдың 15 авгусында Борай районының Абдулла (Көсөкбай) ауылында тыуған. Әсәһен бик иртә юғалта, уның ғаиләһе һөргөнгә ебәрелә. Хеҙмәт юлын Вәсил Карам улы 16 йәшендә,1953 йылда, Кировоград төҙөлөш идаралығында төрлө эштәрҙә башлай. 1958 йылда ул Татарстан Республикаһының Кукмара район Мәҙәниәт йортона баянсы-аккомпаниатор булып эшкә урынлаша. Шул уҡ йылда Борай район Мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын дауам итә.
Вәсил Хәбисламовтың композитор булараҡ эшмәкәрлеге 60-сы йылдарҙа башлана. 1960-1966 йылдарҙа — Яңауыл мәҙәниәт йортонда, 1966-1967 йылдарҙа Яңауыл мәктәп-интернатында эшләй. 1967-1968 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында белем ала. 1968-1972 йылдарҙа Яңауыл Балалар музыка мәктәбендә уҡыта. 1972 йылда Вәсил Карам улы тыуған районына ҡайта һәм 1998 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Борай Балалар музыка мәктәбендә баян класы буйынса уҡытыусы булып эшләй. Әжәк ауылында йәшәй.
Композитор булараҡ халыҡҡа танытҡан тәүге әҫәре — татар шағиры Ш. Ғәлиев һүҙҙәренә яҙылған «Раушаниям» йыры. Һуңынан А. Игебаев һүҙҙәренә «Арыштарым», Ә. Атнабаев һүҙҙәренә «Еҙ ҡыңғырау моңдары», Ш. Ғәлиев һүҙҙәренә «Ҡушылғандар юлдар юлдарға», А. Хәйруллина һүҙҙәренә «Һиңә ҡайтыр юлдарым», «Ашҡына йөрәккәй», З. Минәзев һүҙҙәренә «Борай яғы – Танып буйҙары», «Ҡыҙыл йондоҙҙар» һәм башҡалар була. Уның йырҙарын Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле йырсылары Илһам Шакиров, Илфак Смаков, Камил Вәлиев, Флүрә Ноғоманова, Мәғәриф Әхмәҙиев, Филүс Гәрәев үҙ репертуарына алды. Ижадында марштар айырым урын биләй. Улар Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй, республика смотр-конкурстарында яңғыраны һәм жюриҙың юғары баһаһын алды: «Башҡорт аттары маршы», «Байрам маршы», «Кандаров» һәм башҡалар.
Вәсил Хәбисламов Борай халыҡ театрының «Әлдермештән Әлмәндәр», «Зәйтүнгөл», «Ҡыр ҡаҙҙары артынан», «Бажалар» һәм башҡа спектаклдәре өсөн көй яҙған. «Бесән өҫтө» йырына көйө «Спектаклгә үҙенсәлекле көй өсөн» махсус призға лайыҡ була. Ул 80-гә яҡын йыр, марш, вальс ижад итә. Район һәм бөтә республика мәҙәниәтенә ҙур өлөш индерә. Вәсил Карам улы «БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Моңло күңел — йырлы ғүмер
Моңло күңел — йырлы ғүмер
Моңло күңел — йырлы ғүмер
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: