Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Сентябрь 2022, 11:00

Яңы башҡорт фильмы донъя күрҙе!

8 сентябрҙә Өфөлә яҙыусы Флорид Бүләковтың пьесалары буйынса төшөрөлгән "Әбейҙәр сыуағы" фильмы күрһәтеләсәк.

Яңы башҡорт фильмы донъя күрҙе!
Яңы башҡорт фильмы донъя күрҙе!

"Әбейҙәр сыуағы" фильмы — комедия элементтары менән драма. Ул ҡарттар йортонда һуңғы көндәрен үткәреүсе дүрт яңғыҙ әбей хаҡында. Интернатҡа күсеп килгән Абдулла бабай булмаһа, уларҙың тормошонда бер ни ҙә үҙгәрмәҫ тә ине. Ошо мәлдә һәр әбей өсөн үҙенең "әбейҙәр сыуағы" башлана... Ҡыҫҡаһы, артабан ни булырын 8 сентябрҙә, киске сәғәт алтыла "Родина" кинотеатрына килегеҙ һәм күрегеҙ. 

Фильмдың режиссеры — Рауил Хәкимов. Төп ролдәрҙә Башҡортостан халыҡ артистары Рим Әминов һәм Гөлшат Зыязетдинова, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Гөлнур Йәнбирҙина, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминева һ.б. Композиторы —  БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин. 

Фильм ике сәғәт башҡорт телендә бара, рус титрҙары менән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-09-03/ya-y-bash-ort-filmy-don-ya-k-r-e-2934454
Яңы башҡорт фильмы донъя күрҙе!
Яңы башҡорт фильмы донъя күрҙе!
Автор:
Читайте нас: