Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Август 2022, 16:28

Йәш таланттар балҡыны

Бөгөн Балтас район Мәҙәниәт һарайы фойеһында “Мода аҙналығы ” үтте.

Йәш таланттар балҡыны
Йәш таланттар балҡыны

Кескәйҙәр өсөн Суфиянова Светлана Мәүлитйән ҡыҙы үҙ инициативаһы менән бер аҙналыҡ бик бай программалы “Мода аҙналығы” ойошторҙо. 4-7 йәшлек балалар биш көн эсендә рәсем төшөрөп, матур кулдәктәр менән танышып, бейергә, подиумда моделдәр кеүек йөрөргә өйрәнде.
Бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар өс төрлө дефиле күрһәттеләр: купальникта, киске күлдәктә һәм “үҙ фантазиям” кейем коллекцияһын тәҡдим иттеләр. Гүзәлкәйҙәр кейенгән арала “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһынан килгән балалар менән уйындар уйнатылды. Аскар Хәмәтйәнов башҡарыуында “Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар” йыры, Айнур Хәйҙәршин башҡарыуында татар бейеүе ҡатнашыусылар өсөн бик ҙур бүләк булды. Сара аҙағында Светлана Мәүлитйән ҡыҙы кескәйҙәр өсөн байрамды ойошторорға булышҡан ата- әсәләргә , район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен еткереп, ҡаташыусыларға бүләктәр тапшырҙы.

 


Гөлназ Ғәлләмова.

Йәш таланттар балҡыны
Йәш таланттар балҡыны
Йәш таланттар балҡыны
Йәш таланттар балҡыны
Йәш таланттар балҡыны
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: