Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июль 2022, 09:53

Радий Хәбиров - Ижевскиҙағы фестивалдә

"Чайковскийҙың тыуған ерендә" яңы исемдәр һәм таланттарҙы асыр тип ышанам”.

Радий Хәбиров - Ижевскиҙағы фестивалдә
Радий Хәбиров - Ижевскиҙағы фестивалдә

7 июлдә Ижевскиҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм башҡа төбәктәр етәкселәре менән бергә "Чайковскийҙың тыуған ерендә" 65-се сәнғәт фестивалендә булды. Ул СССР-ҙың халыҡ артисы Юрий Башмет етәкселегендәге "Мәскәү солистары" ансамбле концерты менән асылды.

Фестиваль Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проекты сараларын тормошҡа ашырыуға ярашлы 7-9 июлдә үтә. Уның маҡсаты — Рәсәйҙең уникаль музыкаль мираҫын һаҡлау, үҫтереү. Уның ярҙамында Удмуртия халҡы һәм ҡунаҡтары иң яҡшы Ватан һәм сит ил башҡарыусылары, күренекле композиторҙарҙың музыкаль әҫәрҙәре менән таныша.

Фестивалде асыу тантанаһында Игорь Комаров классик рус мәҙәниәте менән танышыуҙың мөһимлеген айырып билдәләне. “Иҡтисадыбыҙ алдында торған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ дөйөм кешелек ҡиммәттәре, мәҙәниәт, фән, спорт тураһында ла онотмайбыҙ, сөнки улар - тормошобоҙҙоң нигеҙе. Мәҙәни мираҫты һаҡлау, сәнғәткә булышлыҡ итеү, берҙәм мәҙәни киңлек булдырыу – быларҙың барыһы ла беҙҙе, Рәсәй халҡын, берләштерә. "Чайковскийҙың тыуған ерендә" фестивале ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итер, яҡшы кәйефкә көйләр, яңы исемдәр һәм таланттарҙы асыр тип ышанам”, – тине ул.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti

Автор:Равиля Гатауллина

Радий Хәбиров - Ижевскиҙағы фестивалдә
Радий Хәбиров - Ижевскиҙағы фестивалдә
Автор:
Читайте нас: