Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июль 2022, 17:00

«Жасмин» ансамбле лауреат булды

Борайҙан Ирина Фәнзәүи ҡыҙы Баһауетдинова етәкселегендәге   «Жасмин» өлгөлө эстрада бейеүҙәре ансамбле Ҡазан ҡалаһында үткән конкурс-фестивалдә  уңышлы сығыш яһаны.

«Жасмин» ансамбле лауреат булды
«Жасмин» ансамбле лауреат булды

Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында «Ҡазан биҙәктәре» балалар һәм үҫмерҙәр ижады халыҡ-ара конкурс-фестивале үтте. Унда Рәсәйҙең  иң көслө 28 ижади коллективы менән бергә Борайҙан Ирина Фәнзәүи ҡыҙы Баһауетдинова етәкселегендәге   «Жасмин» өлгөлө эстрада бейеүҙәре ансамбле лә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны. 164  бейеү номеры араһында коллектив 3-сө  дәрәжә лауреат булды, ә Ирина Фәнзәүи ҡыҙы  намыҫлы педагогик һәм ойоштороу хеҙмәте, балалар-үҫмерҙәр ижады үҫешенә ҙур өлөш индергәне, йәш таланттарҙы үҫтергәне өсөн Рәхмәт хаты һәм «2021-2022 уҡыу йылында өҫтәмә белем биреү системаһының тәрбиә потенциалы” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыу тураһында сертификат менән бүләкләнә.

Гөлназ Ханова.

«Жасмин» ансамбле лауреат булды
«Жасмин» ансамбле лауреат булды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: