Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июнь 2022, 12:45

"Бергә алға барабыҙ!"

"Медиайыйын" матбуғат саралары форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

"Бергә алға барабыҙ!"
"Бергә алға барабыҙ!"

Бөгөн “Торатау” Конгресс-холында журналистика тармағындағы мөһим ваҡиға – “Медиайыйын” матбуғат саралары форумы башланды. Әлеге ваҡытта форумдың пленар өлөшө бара. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев, Мәскәү ҡунаҡтары ҡатнашты. Быйыл форум “Медиатармаҡ һәм журналистика яңы саҡырыуҙар шарттарында” тип атала. Һәм һөйләшеү башлыса ошо темаға ҡағылды. 

Баш һүҙ менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

– Былтыр был сара беренсе тапҡыр ойошторолғайны, хәҙер уны йыл һайын үткәрергә ҡарар иттек. Былтырғыһының йомғаҡтары буйынса 15-ләп ҡарар әҙерләнгәйне, әлегә ҡарата уларҙың туғыҙ самаһы үтәлде. Район хәбәрселәренең эш хаҡтары күтәрелде, журналистар өсөн гранттар булдырҙыҡ. “Матбуғат йорто” буйынса ҡарар бар ине, уға капиталь ремонт кәрәк. Был эш әлеге иҡтисади хәлдәр сәбәпле бер аҙ шылдырыла, әммә мотлаҡ эшләнәсәк, – тип башланы сығышын Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе Башҡортостан журналистарына эшмәкәрлектәре өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Республика тормошоноң бөтә өлкәләре лә ваҡытында һәм дөрөҫ итеп яҡтыртыла. Тәү сиратта Радий Фәрит улы коронавирус пандемияһы осорондағы хеҙмәт өсөн рәхмәтен белдерҙе.

– 2020 йылдың 18 мартында юғары әҙерлек режимы тураһында указға ҡул ҡуйылды. Кешеләр был сиргә ышанмай ине, сикләүҙәргә кире ҡараштар булды. Тик һеҙҙең, журналистарҙың, ярҙамы менән был ауыр осорҙо бергә үтә алдыҡ. Яйлап кешеләргә барыһын да аңлаттыҡ. Аҙаҡ вакцина яһатыу кампанияһы башланды, антиваксерҙар менән әүҙем эш алып барылды. Иҡтисадҡа ярҙам саралары ваҡытында яҡтыртылды, дөрөҫ мәғлүмәт бирелде. Беҙҙең журналистар ҡурҡып тормай “ҡыҙыл зона”ларға инә башланы, – тине ул һәм тәүге булып “ҡыҙыл зонаға” ингән хәбәрселәрҙең исемдәрен атаны.

Радий Хәбиров белдереүенсә, әле илебеҙ яңы шарттарҙа йәшәй башланы. Ил Президенты ҡарары менән Украинала махсус хәрби операция бара. Был яңы шарттарҙа журналистарҙы яңы саҡырыуҙар көтә.

– Хәрби операция менән бергә илебеҙгә ҡаршы быға тиклем булмаған иҫ киткес "мәғлүмәт һуғышы" асылды. Беҙ һис шикһеҙ Президентыбыҙ курсын хуплайбыҙ һәм егеттәребеҙгә теләктәшлек белдерәбеҙ. Гуманитар ярҙам ебәреү менән шөғөлләнәбеҙ. Әле унда табиптарыбыҙ эшләй, төҙөүселәр ҡалаларҙы тергеҙә, ирекмәндәребеҙ бар. Был эштә лә журналистарыбыҙ алғы һыҙыҡта. Башҡортостан хәбәрселәре гуманитар конвой менән Донбасс яҡтарына барып ҡайтты, ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп яҡтырта, - тине Радий Хәбиров. – Әле беҙҙең журналистарға йәнә бар аҡылын, тырышлығын һалып эшләргә, "мәғлүмәт һуғышы"на ҡаршы көрәшергә ваҡыт. Быны нисек эшләргә икәнлеген бөгөн ултырып кәңәшләшәйек.

Төбәк етәксеһе республикала башҡарылған башҡа ыңғай эштәр тураһында ла һөйләне. “Ыңғай яңылыҡтарҙы ла күрһәтә белергә кәрәк”, - тигән фекерҙә ул. Был йәһәттән Радий Фәрит улы республиканың иҡтисади уңыштары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына беҙҙең ҙур делегация Үзбәкстан Республикаһына барып ҡайтты һәм беҙҙең өсөн файҙалы килешеүҙәр төҙөнө.

– Әле беҙ санкциялар баҫымы шарттарында эшләйбеҙ. Ҡайҙа ниндәй мөмкинлек бар, шуға тотонабыҙ. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия менән эшләнек, Ҡытайға барырға әҙерләнәбеҙ. Быларҙың барыһы ла беҙгә бик кәрәк. Санкция шарттарында, әлбиттә, иҡтисадыбыҙ ауырлыҡ күрәсәк, тик беҙ быға әҙер булырға тейешбеҙ. Һәм журналистар был йәһәттән ыңғай миҫалдарҙы күрһәтергә тейеш, – тине ул.

Радий Хәбиров журналистарға эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте һәм артабан да бергә эшләргә саҡырҙы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ:  https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-06-07/berg-al-a-baraby-2833222?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
"Бергә алға барабыҙ!"
"Бергә алға барабыҙ!"
"Бергә алға барабыҙ!"
Автор:
Читайте нас: