Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2022, 14:08

Яҙыусы, фольклорсы, ғалим

Кирәй Мәргәндең тыуыуына 110 йыл тула

Яҙыусы, фольклорсы, ғалим
Яҙыусы, фольклорсы, ғалим

Районыбыҙ данлыҡлы кешеләргә бай төбәк. Шуларҙың береһе — яҙыусы, публицист, фольклорсы, ғалим, уҡытыусы Кирәй Мәргән. Күренекле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 28 июндә 110 йыл тула.
Кирәй Мәргән (тулы исеме Әхнәф Нурмөхәмәт улы Кирәев) 1912 йылда Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында донъяға килгән. Мәктәптә уҡыған осоронда уҡ район гәзитендә хәбәрҙәр, шиғырҙар баҫтыра башлай. Тәтешле районы Аҡсәйет ауылында бер йыл уҡытып, аҙмы-күпме тормош тәжрибәһе туплаған әүҙем хәбәрсене Асҡында әле генә ойошторолған «Колхозсы» гәзитенә эшкә саҡыралар. Һуғыш осоронда “Комсомольская правда” гәзите хәбәрсеһе була. 1942–1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби хәбәрсеһе сифатында һуғышта ҡатнаша.
Яҡташыбыҙҙың юбилей сараларын үткәреү өсөн район хакимиәте башлығы тарафынан бойороҡ, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә эшләүсе белгестәрҙән эш төркөмө булдырылған, саралар планы төҙөлгән. Ошо бойороҡҡа һәм планға ярашлы, Мишкә 2-се мәктәбе тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы менән берлектә Кирәй Мәргәнгә бағышланған кластан тыш сара үткәрҙе. Райондың тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы белгестәре Фидания Хәмиҙуллина һәм Ләлә Әхмәтгәрәева 8-се “А” класы уҡыусыларын Кирәй Мәргәндең тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Хәсәнова “Тиҫтерҙәр” хикәйәһе буйынса уҡыусылар менән әңгәмә ойошторҙо. Был хикәйә ике дуҫ малай тураһында. Бәләкәй саҡтан дуҫ булған ике егетте көнләшеү тойғоһо дошманлаштыра. Уҡыусылар әңгәмәгә ихлас ҡушылды һәм тормоштан миҫалдар килтерҙе, дуҫлыҡты һаҡлай белеү ауыр икәнлегенә, көнләшеү, нәфрәт хисе яҡшылыҡҡа алып бармағанлығына төшөндө.
Кирәй Мәргәндең ижадында драматургия ла ҙур урын биләй. Мәҫәлән, “Шомбай” әҫәре заманында театрҙа ла бара, телевидение аша ла күрһәтелә. Был пьеса тулыһынса халыҡ ижадынан, атап әйткәндә, көләмәстәргә, юмористик әкиәттәргә хас сюжет һәм тематик мотивтарҙан ҡоролған. Китапхана белгестәре уҡыусыларға “Шомбай” пьесаһынан өҙөк сәхнәләштереп күрһәтте. Балаларға ул бик оҡшаны.
Шулай уҡ китапхана белгестәре тарафынан Кирәй Мәргәндең китаптарынан торған күргәҙмә ойошторолдо. Тормош юлы һәм ижады буйынса презентация күрһәтелде. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Ошондай уҡ сара Али Карнай исемен йөрөткән Оло Шаҙы ауылы мәктәбендә лә ойошторолдо. Юбилей сараһын ауыл китапханаһы белгесе Нилә Шириязданова һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Әнисә Закирова әҙерләп үткәрҙе. Райондың бар белем биреү учреждениеларында уҡыу йылы тамамланғансы Кирәй Мәргәндең тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы төрлө кластан тыш сарлар, асыҡ дәрестәр үтәсәк.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Яҙыусы, фольклорсы, ғалим
Яҙыусы, фольклорсы, ғалим
Яҙыусы, фольклорсы, ғалим
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: