Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Май 2022, 09:00

"Дуҫлыҡ гөлләмәһе" гөрләне

“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” халыҡ коллективтары үҙешмәкәр сәнғәт ижадының VII республика фестивале сиктәрендә Балтас районы коллективтары өлгөлө һәм халыҡ исемдәрен яҡланы.

"Дуҫлыҡ гөлләмәһе" гөрләне
"Дуҫлыҡ гөлләмәһе" гөрләне

Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвира Әхмәтйәнова, вокал-хор жанры буйынса баш белгесе Наталья Кондакова, инструменталь жанр буйынса баш белгесе Элита Йыһангирова һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт академик ансамбле балетмейстеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов составындағы баһалаусылар төркөмө хөкөмөнә хор, фольклор, бейеү коллективтары, халыҡ уйын ҡоралдары, вокаль ансамблдәр береһенән-береһе сағыу сығыштарын тәҡдим итте.
Концерт “Зөлфиә”, “Нью данс”, “Гөрләүектәр” балалар бейеү ансамблдәре ҡатнашлығында “Илем” хореографик композицияһы менән башланып китте. Бейеү ансамблдәре — Балтас мәҙәниәтенең ғорурлығы. Мәҙәниәт һарайының “Гүзәл” халыҡ, “Гөрләүектәр” өлгөлө, Балалар сәнғәт мәктәбенең “Зөлфиә” һәм “Нью данс” өлгөлө бейеү ансамблдәренең һәр береһенең бер нисә төркөмө бар һәм уларҙа йөҙләгән бала шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раушания Хәсәнова етәкселегендә “Зөлфиә” өлгөлө балалар ансамбле Балтас районы исемен Рәсәй һәм сит ил сәхнәләрендә яңғыратты. Коллектив һәр йыл һайын яңы бейеүҙәре, төрлө конкурстарҙа еңеүҙәре менән һөйөндөрә. Концертта “Зөлфиә”нең төрлө төркөмдәре “Ирәндек” башҡорт, “Жить здорово!” эстрада, “Айда, поехали!” сыуаш бейеүҙәрен башҡарҙы. Раушания Рафаил ҡыҙы район Мәҙәниәт һарайының “Гүзәл” халыҡ бейеү ансамблен дә етәкләй. Был коллектив составында уның “үҫеп, ҡанат нығытҡан” уҡыусылары бейей. “Гүзәл”дәр “Ауыл урамдары”, “Байрам” башҡорт, “Бейей торған саҡ” татар бейеүҙәрен башҡарҙы. Район Мәҙәниәт һарайының Гөлназ Ғәлләмова етәкселегендәге “Гөрләүектәр” өлгөлө балалар бейеү ансамбле “Ложкари” рус, “Балтас ҡыҙҙары” татар, “Әйҙәгеҙ бейергә!” башҡорт бейеүҙәрен сәхнәгә сығарҙы. Балалар сәнғәт мәктәбенең Венера Баландина етәкләгән “Нью данс” өлгөлө балалар бейеү ансамбле һәр ваҡыт үҙенсәлекле композициялары менән тамашасыларҙы һөйөндөрә. Был юлы коллектив “Лесная полька”, “Круче всех”, “Северные сны” эстрада бейеүҙәрен башҡарҙы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рая Хамаева сәнғәт мәктәбенең өлгөлө балалар һәм район Мәҙәниәт һарайының халыҡ хор коллективтарын күп йылдар инде уңышлы етәкләй. Өлкәндәр хоры Рая Хамаева ижад иткән “Танып ырыуы гимны”, Заһир Исмәғилевтың “Беҙ — еңеүселәр” ораторияһынан “Әсә зары”н, Сара Садыҡованың “Балтасым” әҫәрҙәрен башҡарҙы. Балалар хоры ла рус һәм башҡорт телдәрендә матур йырҙар менән лайыҡлы сығыш яһаны.
Балалар сәнғәт мәктәбенең Эльмира Ғайфуллина етәкселегендә “Созвездие” халыҡ вокаль ансамбле район Мәҙәниәт һарайының Руслан Халиҡов етәкселегендә халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле менән берлектә башҡарылған “А закаты алые” тип аталған музыкаль композицияһы, халыҡ уйын ҡоралдары ансамбленең Астор Пьяццолланың “Либеританго”, А. Кукубаев эшкәртеүендә башҡорт халыҡ көйҙәре концертты байытты.
Район Мәҙәниәт һарайының “Етегән шишмә” халыҡ эстрада-фольклор коллективы (етәксеһе Әлфинә Нурҡаева) “Моң” тальянсылар халыҡ ансамбле (етәксеһе Шаһит Фәрхуллин) менән берлектә “Урам көйө” татар халыҡ йыры, унан “Киндер һуғыу” фольклор композицияһы менән бик матур сығыш яһаны. Был ике ансамбль — район мәҙәниәтенең йөҙөн билдәләүсе коллективтар. Тальянсылар халыҡ көйҙәрен дәртле башҡарып, район һәм республика сәхнәләрен биҙәй. Нөркә ауыл мәҙәниәт йортоноң Гөлназ Шәйбәкова етәкләгән “Гөлбәзир” халыҡ фольклор коллективы “Мунсала төшөрөү”, “Ҡыҙҙар тауы” фольклор композициялары күп маҡтау һүҙҙәрен яуланы. Мағашлы-Алмантай ауыл клубында Әлфинә Алексеева ойошторған “Ужара” мари халыҡ фольклор ансамбленең репертуары һәм тарихы бик бай. Милли йолаларҙы тергеҙеүгә, мари телен, мәҙәниәтен, биҙәктәрен, фольклорын һаҡлауға ҙур көс һала коллектив ағзалары. “Ужара”лар “Исем ҡушыу”, “Өләсәйем һандығы” фольклор композицияларын сәхнәләштерҙе.
Ҙур, бай концерт программаһы тамамланыуға коллектив етәкселәре ҡатнашлығында сығыштарға анализ яһалды. Жюри ағзалары үҙ жанрҙары буйынса тәҡдимдәрен, кәңәштәрен әйтте. Халыҡ ижадын үҫтереү, ансамблдәрҙең артабанғы эшен йәнләндереү, етәкселәрҙе яңы эҙләнеүҙәргә илһамландырыу өсөн бындай һөйләшеүҙәр бик кәрәк, әлбиттә. Шуныһы ҡыуаныслы, районда башҡорт, татар, мари милләттәре вәкилдәре гөрләтеп үҙ телендә йырлай, сығыш яһай, милли колоритты юғалтмай, фольклор өлгөләрен һаҡлай, киң аудиторияға сығара. Район мәҙәниәтенең төп эше лә ошо “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”н ҡәҙерләп һаҡлауға һәм үҫтереүгә нигеҙләнгән.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

"Дуҫлыҡ гөлләмәһе" гөрләне
"Дуҫлыҡ гөлләмәһе" гөрләне
"Дуҫлыҡ гөлләмәһе" гөрләне
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: