Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Апрель 2022, 09:00

Еңеү артынан еңеү яулайҙар

Һәр төбәктә үҙ ерлегенең йөҙөк ҡашына әүерелгән, сәхнәләрҙә ялҡынлы сығыштары менән дан алған бейеү коллективтары бар. Район Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә бына инде 40 йылға яҡын күңелдәрҙе елкендергес сығыштары менән тамашасыларҙы һөйөндөрә. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы Мөнирова етәкләй.

Еңеү артынан еңеү яулайҙар
Еңеү артынан еңеү яулайҙар

Ансамбль тураһында бик күп тапҡыр гәзит биттәрендә яҙҙылар, телевидение тапшырыуҙарынан да ҡалғаны юҡ. Яңынан-яңы бейеүҙәр, сағыу костюмдар, гастролдәр, еңеүҙәр, лайыҡлы алҡыштар – былар барыһы ла бейеүселәребеҙҙең көндәлек тормошо.
Ансамблдең уңыштарына күҙ һалғанда, ундағы кубоктарҙың, Маҡтау грамоталарының, дипломдарҙың иҫәп-хисабы ла юҡ. Әммә Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы “Байыҡ” телевизион конкурсында яулап алынған сувенир ситектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Районда ниндәй генә байрам саралары, тантаналар үтмәһен, бейеүселәребеҙ һәр саҡ алғы планда.
Коллективтың әле генә яуланған яңы уңыштары барыбыҙҙы ла ҡыуандырҙы. Өфөлә үткән “Рәсәй патриоттары” исемле Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалендә ҡатнашты улар. Һәм был юлы ла һынатманылар. 12-15 йәшлектәр араһында “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле триоһы — Айгөл Мирхәйҙәрова, Лилияна Ғилмийәрова, Нәзилә Ғәлинурова һәм ансамблдең киләсәк быуыны – Балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү класында шөғөлләнгән Севиль Зәйнуллина һәм Елена Левакованың “Шатлыҡ” дуэты 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды (һүрәттә).

Гөлнара Солтанова.

Еңеү артынан еңеү яулайҙар
Еңеү артынан еңеү яулайҙар
Автор:
Читайте нас: