Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель 2022, 11:42

Туҡыусылыҡ — генетик хәтерҙе яңыртыу ул

“Потенциал” күргәҙмәһе таланттарҙы һәм сикһеҙ ижади мөмкинлектәрҙе асты

Туҡыусылыҡ — генетик хәтерҙе яңыртыу ул
Туҡыусылыҡ — генетик хәтерҙе яңыртыу ул

Бөрө ҡала музейында үткән “Потенциал” күргәҙмәһендә “Ебәк юл” туҡыусылыҡ үҙәге оҫталары үҙҙәренең ҡул эштәрен — шәлдәр, япмалар, балаҫтар, билбауҙар һәм башҡа бик күп нәмәләрҙе тәҡдим итте. Күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарын иҙәнгә, өҫтәлгә ҡуйыла торған, таҫмалы, күп ремизлы туҡыу станоктары йәлеп итте.
Бөрөләрҙең һәм ҡала ҡунаҡтарының бындай күргәҙмә менән бер нисә ҡабат танышыу мөмкинлеге булды, һәм бына тағын яңы ижад фантазияһы байрамы үтә.
Бөрө ҡалаһында был боронғо кәсепте тергеҙеү инициаторҙары — үҙәк етәксеһе, республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәлелек яулаған Роза Ғарифуллина һәм туҡыу станоктары буйынса белгес Андрей Кырчиков. Ә туҡыусылыҡ тарихы һуңғы неолит осоронан башлана. Әле генә ул сәнғәткә әйләнде, элек бик кәрәкле кәсеп булған, сөнки барлыҡ әйбер өсөн дә туҡымалар ҡулдан яһалған.
Күргәҙмәлә ҡарар һәм баһалар нәмә күп булды — төрлө конструкциялағы 16 төрлө станок, туҡыусылыҡтың 16 техникаһы. Был кәсептең инде музейҙарҙа ғына һаҡланып ҡалған ябай станоктарҙан башланыуына кем ышанһын? Ҡала музейы бынан ете йыл элек “Ебәк юл” үҙәге өсөн һыйыныр урын булды. Был ваҡыт эсендә бирелә һәм республиканың ҡала-райондарына сығып, күп кеше ҡатнашлығында байтаҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Үҙәк базаһында 32 райондан белгестәрҙе уҡытыу ойошторолдо. Ә бынан биш йыл элек Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы приказы менән үҙәккә “Халыҡ” исеме бирелде.
Бында 20-нән артыҡ эш урыны йыһазландырылған. Үҙәк етәксеһе Роза Ғарифуллина онотолоп барған боронғо кәсепкә кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуын уята алған. Ул төрлө төҫтә һәм техникала эшләнгән әйберҙәрҙе күрһәтеп, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлаша. Һәр кемдең башҡарыу үҙенсәлектәре, һүрәте, туҡыма ҡалынлығы төрлөсә. Өйрәнергә килеүселәрҙең оҫталарҙың эшен күреп күҙҙәре янып китә. Ысынлап та, ҡулдан шундай һоҡланғыс әйберҙәр эшләп буламы икән?!
Гүзәл заттар саржа (ебе диагональ һуғылған кизе-мамыҡ йә ебәк эслек өсөн туҡыма) техникаһында 19-сы быуат башында һуғылған боронғо шәлде хайран ҡалып ҡарай һәм хәҙерге ваҡыттағы ебәк, һарыҡ, дөйә, кәзә һәм эт йөнөнән, кизе-мамыҡ ептән бәйләнгәндәре менән сағыштыра. Һәр әйбер үҙенсә матур, үҙенсә һоҡланғыс. Һәр ҡайһыһына оҫтаның күңел йылыһы һәм ҡул көсө һалынған.
Күргәҙмәлә был темаға ҡағылмаған Рәсәй һәм Башҡортостандың географик карталары ла иғтибарҙы йәлеп итә. Уларҙа илдең һәм республиканың байтаҡ ауыл һәм ҡалалары менән Бөрө ҡыҙыл һыҙыҡ менән тоташтырылған. Билдәләнгән ерҙәрҙә Андрей Кырчиковтың станоктары ышаныслы эшләй, Роза Ғарифуллинаның оҫталыҡ дәрестәре буйынса төрлө йәштәге йөҙҙән ашыу кеше боронғо кәсепте ҙур теләк менән үҙләштерә. Бөрө оҫтаһының күп һанлы уҡыусылары һәм ошо кәсепте үҙ итеүселәр әлеге күргәҙмәне ойоштороуҙа ла ҙур ярҙам күрһәтте, оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүҙә ҡатнашты.
Әлбиттә, күргәҙмәнең исеме үк үҙе тураһында һөйләй. “Потенциал” — ул ҙур мөмкинлектәр яланы. Роза Ғарифуллина фекеренсә, туҡыусылыҡ — ул күңел өсөн эш, күңелгә тыныслыҡ, рәхәтлек бирә. Ул — рус биҙәктәре башҡорт һәм мари орнаменты менән үрелеп киткәндә милли мәҙәниәттең үҙ-ара ҡушылыуы, фекерҙәштәрҙең яҡшы эш тирәһендә тупланыуы, уларҙың үҙ-ара белемдәре, оҫталыҡтары менән генә түгел, йөрәк йылыһы менән дә бүлешеүе.
Күргәҙмәлә малайҙар күберәк Андрей Кырчиков эргәһендә урала. Уларға станоктың төҙөлөшө, эшләү тәртибе ҡыҙыҡ. Ҡарап тороуға иҫке генә күренһә лә, станок яҡшы эшләй. Унда билбау, балаҫ, өҫ кейемдәре һуғырға мөмкин.
“Потенциал” күргәҙмәһе аҙнанан артыҡ эшләһә лә, бирегә килеүселәр һаны бер ҙә кәмемәй. Хаҡлы ялдағылар, студенттар, мәктәп уҡыусылары килә. Оҫталар көн дә иртәнге 10-дан киске сәғәт бишкә тиклем (ял көндәренән тыш) 10, 20, 50 кеше ҡатнашлығында дәрестәр үткәрә.
— Туҡыу станогы артында ултырыу, педалдәргә баҫыу һәм эшләгән эшеңдең һөҙөмтәһен күреү — үҙе бер кинәнес, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша хаҡлы ялдағы Людмила Чистякова. — Генетик хәтер уянған кеүек, ҡулдар һәм күҙҙәр ептән туҡыма барлыҡҡа килеүенә ҡыуана.
— Беҙ ғәҙәти сәнәғәт туҡымаларынан ялыҡтыҡ. Барыһына ла ҡулдан эшләнгән эксклюзив әйберҙәр оҡшай хәҙер. Иҫкә алһаҡ, туҡыусылыҡ менән рус фольклорының байтаҡ ҡатын-ҡыҙ персонаждары, хатта Мәскәй әбей ҙә шөғөлләнгән. Ә бөгөн ул ҡул эшенең заманса йүнәлештәренең береһенә әйләнеп бара, — тип һүҙгә ҡушыла әхирәте Ольга Михеева.
Бөрө ҡалаһының “Ебәк юл” туҡыусылыҡ үҙәге ете йыл эсендә ҙур уңыштарға иреште. Даими рәүештә халыҡ ижады буйынса ҡала, район, төбәк-ара, республика, Бөтә Рәсәй фестивалдәре һәм конкурстарында ҡатнашалар һәм еңеү яулайҙар. Үҙәк эшмәкәрлегенең тағы ла бер яғы — мәрхәмәтлек. Бөрө туҡыу оҫталары урындарға сығып оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, реабилитация, дауаланыу учреждениеларына, мәктәптәргә станоктар бүләк итә. Шулай, Бөрөлә “Феникс” ғаилә тәрбиәһенә булышыу үҙәге тәрбиәләнеүселәре туҡыу станоктарын бүләккә алып ҡына ҡалманы, уларҙа эшләргә лә өйрәнде.

Ольга Платонова.
Степан Чиглинцев фотолары.

Туҡыусылыҡ — генетик хәтерҙе яңыртыу ул
Туҡыусылыҡ — генетик хәтерҙе яңыртыу ул
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: