Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Апрель 2022, 09:00

Күп яҡлы талант эйәһе

Рәиф Мансуров 40 йыл ғүмерен мәҙәниәткә бағышлай

Күп яҡлы талант эйәһе
Күп яҡлы талант эйәһе

Яҙ миҙгеле әйләнә-тирә донъябыҙҙы үҙгәрткән, тәбиғәткә яңы һулыш өргән кеүек, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә тормошҡа йәм өҫтәй, кешеләрҙе рухландыра, ижади мөмкинлектәрен аса. Районыбыҙҙа мәҙәниәткә тоғро хеҙмәт итеүселәр бихисап. Шуларҙың береһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәиф Садиҡ улы Мансуров.
Рәиф Мансуров — Рәйфә Ғәлиева исемендәге район Мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры режиссеры, «Ҡайтауаз» фольклор коллективы етәксеһе. Бына инде 40 йыл һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, бар күңелен һалып, тырышып эшләй ул.
Рәиф Садиҡ улы 1972 йылда мәҙәниәт өлкәһенә эшкә килә. Тәүҙә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһында, артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында белем ала. 1984-1988 йылдарҙа район Мәҙәниәт йортоноң халыҡ театрын етәкләй. Ошо ваҡытта ул ҙур күләмле классик әҫәрҙәр — Нәжиб Асанбаевтың «Зәйтүнгөл», Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр», Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаларын сәхнәләштереп, республика фестивалдәрендә беренсе урындар яулай.
Рәиф Мансуров 1988-1992 йылдарҙа Нефтекама филармонияһында эшләй, йырсы була. 1992-2000 йылдарҙа Борай район Мәҙәниәт йортон етәкләй, 2000 йылдан – район Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. 2005 йылдан бөгөнгәсә халыҡ театры режиссеры булып эшләй.
— Халыҡ театрын етәкләү еңел эш түгел. Тәүҙә коллективтағы кеше һанынан сығып, сәхнәләштереләсәк әҫәр эҙләйбеҙ. Уның да мәғәнәле, уйландыра торған һәм көнүҙәк темаға ҡағылышлы булыуы шарт. Үҙешмәкәр артистарҙың береһен дә ситтә ҡалдырғы килмәй, сөнки театрға ысын күңелдән бирелгән кешеләр генә йөрөй. Ғаиләлә лә һине аңлауҙары мөһим. Төп эштән һуң репетицияға ҡалаһың, ә уның киске 10-11-ҙәргә тиклем һуҙылған саҡтары була, – тип һөнәре нескәлектәре тураһында һөйләне тәжрибәле режиссер. — Беҙҙең хеҙмәт — ул кешеләрҙе эштән һуң ял иттереү, уларҙы үҙ-ара яҡынайтыу, йәш быуынды тәрбиәләү һәм рухи яҡтан байытыу. Мәҙәниәт өлкәһе матди ҡиммәттәр менән баһаланмай, ул күңел ҡушыуы, таланттар балҡышы, матурлыҡ...
Рәиф Мансуров етәкселегендә сәхнәгә сығарылған спектаклдәр “Алтын тирмә” һымаҡ мәртәбәле төбәк-ара милли театрҙар фестивалендә лә һәр саҡ призлы урындар яулай. Йыл һайын районда һәм күрше райондарға ла сығып, спектаклдәр ҡуйып, тамашасы һөйөүен яулайҙар.
“Ҡайтауаз” фольклор һәм халыҡ театры коллективтары район Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған бөтә район һәм республика сараларында әүҙем ҡатнаша. Төрлө тематик байрамдар һәм концерттар, театр коллективтарының район фестивале, «Ҡышты оҙатыу», «Науруз байрамы», «Һабантуй» һымаҡ милли байрамдар ҙа “ҡайтауаз”дарҙан башҡа уҙмай.
Режиссер һөнәренә өйрәтеп кенә бөтөрөп булмай, тәбиғәттән бирелгән һәләттең һәм тырышлыҡ, яуаплылыҡ, үҙ эшеңә бирелгәнлек кеүек сифаттарҙың булыуы мөһим. Рәиф Мансуров нәҡ шундай энтузиастарҙың береһе. Ул иҫ киткес талантлы, оҫта кеше — яҙыусы ла, йырсы ла, актер ҙа, оператор ҙа, рәссам да...
Рәиф Садиҡ улының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Ул СССР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнә. 2013 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Рәиф Мансуров һымаҡ ғүмерен мәҙәниәт менән бәйләгән кешеләр тәрән ихтирамға лайыҡ, сөнки башҡалар ял иткән ваҡытта улар күңел йылыһын ҡыҙғанмайынса, халыҡҡа яҡтылыҡ һәм йылылыҡ өләшә, уларҙы рухи яҡтан байыта.

Гөлназ Ханова.

Күп яҡлы талант эйәһе
Күп яҡлы талант эйәһе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: