Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Апрель 2022, 09:52

“Ҡаурый ҡәләм”дәр үҙ һүҙен әйтә

Балтас ижадсылары конкурсына йомғаҡ яһалды

“Ҡаурый ҡәләм”дәр үҙ һүҙен әйтә
“Ҡаурый ҡәләм”дәр үҙ һүҙен әйтә

Балтас үҙәк район китапханаһы Бөтә донъя шиғриәт көнө алдынан районда йәшәүсе һәүәҫкәр яҙыусы һәм шағирҙар, шулай уҡ китапхана эргәһендә бер нисә йыл эшләп килгән “Ҡаурый ҡәләм” клубы ағзалары араһында “Йәнемдә — ижад ялҡыны” тип аталған конкурс ойошторҙо. Һөҙөмтәләр ошо көндө клубтың оҙайлы өҙөклөктән һуң тәүге ултырышында иғлан ителде. Ижадсылар Украиналағы хәлдәргә тәрән борсолоу, Рәсәй Президенты һәм Ҡораллы Көстәренең аҙымдарына теләктәшлек белдерҙе.
Әҙәби бәйгелә 18 ижадсы ҡатнашты. Улар араһында йәштәр һәм уҡыусы балалар булыуы айырыуса шатлыҡлы. Әйтәйек, Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Сабирова башҡорт телендә ижад итә. Ул яҙған “Һынауҙарға түҙгән йөрәк” исемле бик хисле хикәйә “тәмле” һөйләмдәре менән, авторҙың кеше яҙмышын тетрәндергес итеп тасуирлай белеүе менән ҡыуандырҙы. Йәш ижадсы, Тусыбай урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы Рәдим Ғиләжевтың “Әлфирҙең ҡояшы” тип аталған хикәйәһе үҫмерҙәр донъяһына, беренсе мөхәббәт һәм был хискә бәйле уҡыусылар араһындағы мөнәсәбәттәргә бағышланыуы менән ҡиммәт. Иҫке Янбай ауылынан Лилиана Ханова рус телендә ижад итә, конкурсҡа тәҡдим иткән “Лунная ночь” шиғыры ла, ижади ҡумтаһындағы башҡа шиғырҙары ла ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле, иғтибарға лайыҡ. Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мансурова тирәһенә тупланған йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙең тәүге аҙымдары ла өмөтлө. Гөлназ Әмирйәнова “Минең нәнәйем” исемле әҫәрҙә ғүмере буйына мәғариф өлкәһендә тырыш хеҙмәт һалған өләсәһе, бер нисә быуын балтастарҙың яратҡан мөғәллимәһе Зоя Мәғсүм ҡыҙы Әмирйәнова тураһында бәйән итә. Карина Садыҡованың кес кенә, әммә йөкмәткеле хикәйәһе “Ямғыр аҫтында һыу инеү” тип атала, ҡыҫҡа ғына минуттарҙа йәйҙең бер рәхәт көнөндә йәшәтеп ала. Уҡытыусының балаларҙы районыбыҙ ауылдары менән таныштырыу маҡсатында ижади проектының емеше булараҡ, Илмир Арыслановтың Көндәшле ауылына бағышланған шиғыры көтөлмәгән матур рифмалары, мәғәнәһе менән һөйөндөрҙө. Афарин, йәштәр!
Әүҙем автор Фирүзә Сираеваның “Яңылыш яһаған бер аҙым” тип исемләнгән хикәйәһе ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәргә әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙе үҙ эсенә алған, уҡымлы, халыҡ әйтемдәренә бай, теле йырлап тора, сюжеты ялыҡтырмай. Ижадташтарынан бөтөнләй айырмалы, үҙенсәлекле яҙыу стиленә эйә Флидә Ғәли-Асҡарҙың “Яҙмышым тәлгәштәре” әҫәре образлылығы, өлкән быуын кешеләре өсөн уртаҡ хәтирәләрҙе оҫта тасуирлауы, тарихи яҡтан дөрөҫ итеп уҡыусыға еткереүе менән күңелде яулай. Ваҡиғалар араһынан уҡыусы алдында көслө рухлы, маҡсатсан, тырыш ҡыҙ образы кәүҙәләнә, йәштәр өсөн бына тигән өлгө! Ижади ҡәләмдәрен күптән ослап, ярайһы ғына әҙәби тәжрибә туплаған Гөлфирә Бәхтиева-Йыһангирова һәм Рима Ҡаһарман күләмле әҫәрҙәргә тотонған. Гөлфирә Йыһангирова яҙа башлаған “Кемгә кәрәк был уҡыу йәки ни сәсһәң, шуны урырһың” пьесаһының йор, үткер теле, проблеманың көнүҙәклеге менән сәхнәгә юл ярырға тулы хоҡуғы бар. Рима Ҡаһармандың “Тура юл күрһәтеүсе Рәшиҙә” тип исемләнгән проза әҫәре иһә, моғайын, Башҡортостандың Яҙыусылар союзында тикшереүҙе һәм ҙур күләм уҡыусы хөкөмөнә тәҡдим итеүҙе һорайҙыр.
Конкурс шағир һәм шағирә һүҙҙәренә лә бай булды. Гөлшат Ғәлина-Ихсанованың патриотик рухтағы “Йөрәктәрҙән ташҡа уйылған”, Гөлфирә Бәхтиева-Йыһангированың татар туйын күҙ алдына баҫтырған “Милләтем йолаһы”, Зөһрә Сәләхованың ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас нәзәкәтле ҡәләм менән яҙылған “Тағын бер яҙ килде”, Мөҡәтдис Сәмиевтың әсәһе иҫтәлегенә бағышланған, күңелдең иң нескә ҡылдарын ҡуҙғатырға һәләтле “Күңел түрендә — һин үҙең, ҡолағымда — һинең һүҙең”, Роза Гәрәеваның фәлсәфәүи фекере, үткер ҡәләменән өҙөлөп төшкән “Аңланым”, Нәфис Хәмәтнуровтың көйгә һалыуҙы көтөп, йырлап торған “Йәшлегемә кире ҡайтһам”, Миләүшә Ҡасимованың көнүҙәк мәсьәләгә ҡағылған “Күҙлек алдым — һөйөнәм”, Ямалия Ғиззәтуллинаның бала саҡты һағыныуҙы үҙ эсенә алған бик матур “Хәтирәләр, миҙгелдәр, уйланыуҙар”, Рузалия Әхәтованың иҫ киткес ябай, халыҡсан, фәһемле “Нимә ул бәхет?” шиғырҙарының һәр береһе уйландыра, уҡыусы күңеленә урын таба.
Сараны алып барыусылар Зилә Сәйетова һәм Лена Зәрәфетдинова һәр ижадсыға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, район мәҙәниәт һарайы директорының китапхана буйынса урынбаҫары Әлфидә Муллағәлиева бәйгелә ҡатнашыусыларға иҫтәлекле дипломдар тапшырҙы. Ижадсылар, шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар — “Балтач таңнары” гәзите мөхәррире Рөстәм Вәлиев, мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Айдар Сираев бәйгегә, райондағы ижади мөхиткә, әҫәрҙәргә ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Ямалия Ғиззәтуллина район ижадсыларының йыйынтығын нәшер итеү тәҡдиме менән сыҡты. “Хакимиәт был кәрәкле эште ойошторһа, бәлки иғәнәселәр ҙә табылыр, беҙ ҙә хәлебеҙҙән килгәнсә үҙ өлөшөбөҙҙө индерер инек. Ижади мираҫыбыҙ килер быуындарға “ташҡа баҫылып” ҡалһа, бик шат булыр инек”, — тип, сарала ҡатнашыусылар барыһы ла был тәҡдимде хуплап ҡаршы алды.
“Ҡаурый ҡәләм” клубы артабан да үҙенең эшен әүҙем дауам итер, Балтас ижадсылары ҡәләмдәренең көсөн тойоп, Интернет селтәрҙәре аша кеше зиһененә йәшен тиҙлеге менән һөжүм яһаусы яман мәғлүмәт ағымына ҡаршы торорлоҡ, халҡыбыҙҙы изге эштәргә, тыныслыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе әҫәрҙәрҙе донъяға сығарыр, үҙҙәренең ғәҙел һүҙе менән райондаштарын тәрбиәләүгә хеҙмәт һалыр, тигән ышаныста ҡалам.

 

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

“Ҡаурый ҡәләм”дәр үҙ һүҙен әйтә
“Ҡаурый ҡәләм”дәр үҙ һүҙен әйтә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: