Йыл һайын ошо көндө бында яҡташ яҙыусылар, шағир-шағирәләрҙе берләштергән “Иҙел” әҙәби түңәрәгенең ағзалары осраша. Әҙәбиәт, шиғриәт һөйөүселәрҙең быйылғы саралары Ҡариҙел районының 90 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә ойошторолодо.
Китапханасылар Әлфиә Хөсәйенова һәм Зөлфирә Хаматова тарафынан биҙәлгән “Тыуған яғым - Ҡариҙелем” китаптар күргәҙмәһе килгән ҡунаҡтарҙы әллә ҡайҙан йәлеп итеп торҙо.
Сара Район мәҙәниәт һарайы йырсыһы Ратмир Нуртдинов башҡарыуындағы “Ҡариҙелем” йырының видеояҙмаһын тыңлау менән башланып китте. Унан һуң алып бырыусылар – китапханасылар ҡәләм тибрәтеүселәрҙе тәбрикләне, илһам шишмәләренең һайыҡмауын теләне.
Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рөстәм Руслан улы Булатов та байрам хужаларына ижад ҡомарын юлланы, байрамдары менән ихлас ҡотланы. Сараға Фидаиль Сафин, Тәнзилә Яҡупова, Гөлсөм Нәбиуллина, Нәзилә Әхкәметдинова, Сәлимә Ниғмәтова, Мөғәллимә Зәйнетдинова, Фәғил Ҡәләмовтар килде. Улар барыһы ла ҡанатланып үҙҙәре ижад иткән шиғыҙары менән таныштырҙы, шиғриәт һәм әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары менән уртаҡлашты. Ҡариҙелдең һыуы, һауаһы менән илһамланып яҙылған әҫәрҙәренең тос булыуы, уҡыусыларҙа тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырыуы менән айырылып торҙо.
Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Регина Хәйҙәршина ла яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ижадын хуплап, үҙенең тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Кисә йәнле барҙы, һәр сығыш алҡыштар менән оҙатыла барҙы. Китапханасылар түңәрәк ағзаларына шундай күркәм осрашыуға килгәндәре өсөн рәхмәттәрен еткерҙе. Шиғриәт һөйөүселәр авторҙар менән йышыраҡ аралашһын өсөн ошондай саралар кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Авторы: Гөлнара Солтанова.