+1 °С
Ҡар
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Ирина Ғәниева Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Мөҡимова етәкселегендә “Тамсылар” балалар фольклор ансамблендә шөғөлләнеүсе егет һәм ҡыҙҙарға сәхнә оҫталығы буйынса дәрес-репетициялар үткәрҙе.
Балалар талантлы актриса менән бергәләп сәхнәлә хәрәкәтләнеү, үҙ-үҙеңде тотоу, һөйләү серҙәренә төшөндө.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.