Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Март 2022, 14:30

Бәйләмдәрҙә — күңел йылыһы

Ҡул эштәренә оҫта апайҙар кис ултырырға йыйылды.

Бәйләмдәрҙә —  күңел йылыһы
Бәйләмдәрҙә — күңел йылыһы

 

Ҡышҡы оҙон кистәрҙә элек-электән беҙҙең әсәй-өләсәйҙәребеҙ  бер-берһенә ҡул эштәрен ҡыҫтырып, кис ултырырға йөрөгән. Милли көйҙәребеҙҙе көйләп, йырлай-йырлай сигеү сиккәндәр, бәйләм бәйләгәндәр, еп эрләгәндәр. Ҡулдары, күҙҙәре талып китһә уйындар ҙа уйнап алғандар, йомаҡтар, мәҡәлдәр  әйтешкәндәр, тәмләп милли ризыҡтарыбыҙ менән сәй эскәндәр. Һуңғы йылдарҙа был  кис ултырыуҙар онотолдо. Күберәк телевизор, компьютер артында, телефон тотоп ултыра башланыҡ.

 

Түбән Һикеяҙ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Фәнилә Ғиләжева  китапханасы Дилара Ғәлиева менән берлектә, онотола башлаған ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы кире ҡайтарыу маҡсатынан “Кис ултырыу ” сараһы ойошторҙо.

 Кисәгә Түбән Һикеяҙ ауылының мәҙәниәт тормошонда әүҙем  ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙары  йыйылды. Улар үҙҙәре менән бәйләгән әйберҙәрен һәм ҡул эштәрен алып килгәйне. Матур-матур бәйләнгән әйберҙәрҙән “Бәйләмдәрҙә күңел йылыһы ” тигән күргәҙмә, шулай уҡ “Мөғжизәле бәйләм донъяһында ” тигән исем аҫтында китап- журналдарҙан күргәҙмә төҙөлгән . Сарала ҡатнашыусылар бәйләүҙең килеп сығыу тарихы, файҙалы яҡтары тураһында мәғлүмәттәр менән танышып, Сәмиғуллина Гөлфизә апай уҙенең ҡул эштәре: кофта, башмаҡ бәйләү алымдары менән таныштырҙы. Ҡул эштәренән туҡтап торған арала йөҙөк һалышты ла уйнап алдылар.

Гөлназ Ғәлләмова.

Бәйләмдәрҙә —  күңел йылыһы
Бәйләмдәрҙә —  күңел йылыһы
Бәйләмдәрҙә —  күңел йылыһы
Бәйләмдәрҙә — күңел йылыһы
Читайте нас: