Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Февраль 2022, 11:34

Иҫке Аҡбүләктә Сафуан Әлибаевты уҡыйҙар

Бөгөн, 21 февралдә, күренекле башҡорт шағиры, балалар яҙыусыһы Сафуан Әлибаевтың тыуған көнө. Ошо айҡанлы Иҫке Аҡбүләк күп функциялы ауыл клубында “Йырсы шағир Сафуан Әлибаев” исемле әҙәби сәғәт үткәрелде.

Иҫке  Аҡбүләктә  Сафуан Әлибаевты уҡыйҙар
Иҫке Аҡбүләктә Сафуан Әлибаевты уҡыйҙар

Уҡыусылар клуб методисы Рүзинә Ниғәмәтованан Сафуан Әлибаевтың ижады хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде. Шағирҙы халыҡ телендә йырсы шағир тип йөрөтәләр, сөнки уның күп кенә әҫәрҙәренә матур йырҙар сығарылған. Урындағы моделле китапхана китапханасыһы Рәзилә Әхмәтйәнова уҡыусыларға “Шиғриәтендә заман һулышы” күргәҙмәһен тәҡдим итте. Ул шиғриәт һөйөүселәргә шағирҙың китаптары хаҡында һөйләне, уның тураһындағы яҙмалар менән таныштырып үтте. Әҙәби сәғәттә балалар яҙыусыһының шиғырҙары ла уҡылды.


Гөлнара Солтанова.

Иҫке  Аҡбүләктә  Сафуан Әлибаевты уҡыйҙар
Иҫке  Аҡбүләктә  Сафуан Әлибаевты уҡыйҙар
Иҫке Аҡбүләктә Сафуан Әлибаевты уҡыйҙар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: