Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Февраль 2022, 09:00

Бейеү балаға ышаныс өҫтәй

Әнфисә Хатмуллина Балтаста сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге асылғандан башлап, бына 15 йылдан артыҡ бирелә тырыш хеҙмәтен һала. Хеҙмәттәшем үҙ эшенә ижади ҡарашта булыуы менән күптәргә өлгө булып тора.

Бейеү балаға ышаныс өҫтәй
Бейеү балаға ышаныс өҫтәй

Әнфисә Әсхәт ҡыҙы һөнәре буйынса уҡытыусы. Штәнде урта мәктәбен тамамлағас, Бөрө дәүләт педагогия институтында сит телдәр факультетында белем ала, француз һәм немец телдәрен өйрәнә. Артабан 13 йыл дауамында тыуған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, инглиз телен үҙләштерә. Ғаиләһе менән Иҫке Балтас ауылына күскәс, хеҙмәт юлын реабилитация үҙәгендә тәрбиәсе булып дауам итә.
Әнфисә Әсхәт ҡыҙы һәр балаға айырым иғтибар бирә. Әңгәмәләр ярҙамында уларҙың эске донъяһын аса, психологик проблемаларын билдәләй. Унан проблемаларҙы еңеү юлдарын эҙләй. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле бала бик нескә күңелле, ҡыйынлыҡтарын тәрәнгә йәшереүсән. Серен бары тик яҡын дуҫына әүерелгәндә генә асып була. Яҡын күргән кешеһенә генә ярҙам ҡулы һуҙырға рөхсәт бирә ул. Үҙенсәлекле балаларҙың аҡыл һәм физик үҫешендә бәләкәй генә алға китеү аҙымы ла — тәрбиәселәр, ата-әсәләр өсөн ҙур шатлыҡ. Реабилитация бүлегенә килгән сабыйҙарға булышыу теләге Әнфисә Әсхәт ҡыҙын яңы эш алымдары эҙләргә мәжбүр итә. Тәрбиәсенең бейеү терапияһы ярҙамында балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү проекты яҡшы нәтижәләр бирә. Проект көй аҫтында хәрәкәттәр яһарға, төрлө музыкаль уйындарға, тематик кисәләр, концерттар ойоштороуға ҡоролған. Әнфисә Хатмуллинаның педагогик ҡумтаһында бындай ижади сценарийҙар бихисап. Әлбиттә, был алым, беренсе сиратта, баланың донъяны танып белеү һәләтен үҫтерә: бейеү һәм хәрәкәттәрҙең исемдәре, музыка үҙенсәлеге, төрлө халыҡтарҙың милли мәҙәниәте менән танышыу бик файҙалы. Икенсе яҡтан, бейеү терапияһы балаға күңелендә төйнәп тотҡан хистәрен тышҡа сығарырға ярҙам итә.
Бейегәндәге тойғолар үҙәк нерв системаһы эшмәкәрлеген оптималь дәрәжәгә мендерә. Ритмлы хәрәкәттәр мускулдарҙың көсөргәнешлегенән, баланы үҙ-үҙенә ышанмау тойғоһонан арындыра, стрестарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра. Бынан тыш, ялҡаулыҡты алға ҡуйған үҫмерҙәргә лә организмды ҡуҙғатыу өсөн бик файҙалы шөғөл ул бейеү терапияһы.
Тәрбиәсе Әнфисә Хатмуллина әлеге проблема өҫтөндә 2008 йылдан башлап эшләй. Даими рәүештә белемен камиллаштыра. “Беҙҙең һәр беребеҙҙең үҙ йондоҙсоғо бар” тип аталған битараф булмаған кешеләрҙең II асыҡ фестивале сиктәрендә “Сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикле балалар менән эшләү серҙәре”, “Үҙенсәлекле театр — нимә ул? Рәсәйҙә һәм Көнбайыш Европала үҫеш үҙенсәлектәре булған кешеләр ҡатнашлығында театр тарихы”, “Актерлыҡ оҫталығы буйынса оҫталыҡ дәресе”, “Ата-әсәләр оҫталығы мәктәбе” тигән баш аҫтында үткән береһенән-береһе ҡыҙыҡлы һәм эше өсөн файҙалы семинар-практикумдарҙа дәрестәр алыуы ғына ла ни тора!
Тырыш хеҙмәтенең ыңғай һөҙөмтәләре лә көттөрмәй: балалар төрлө ижади конкурстарҙа теләп ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Әнфисә Әсхәт ҡыҙы хеҙмәттәштәре менән берлектә ағым һайын (реабилитация ағымы иһә ни бары 21 көн) концерт программаһы әҙерләй. “Сәхнәгә сығыу — үҙ-үҙеңде, ҡурҡыуҙы еңеү бит ул. Балаларҙың йырлағанда, бейегәндә күҙҙәре яна, улар бер-береһенең сығышын хуплап алҡышлай, тамаша әҙерләү барышында күпме яңылыҡ аса, шиғырҙар, йырҙар ятлай,үҙҙәрен тәртип сиктәрендә тоторға өйрәнә. Ә бейей-бейей уларҙың хәрәкәт координацияһы үҙгәрә, кәйефе күтәрелә, ауырыу балалар өсөн был бигерәк тә мөһим!” — ти Әнфисә Әсхәт ҡыҙы.
Хеҙмәттәшемдең ижади эше, тырышлығы Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы, Рәхмәт хаты, Нефтекама ҡалаһы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәгенең Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде. Педагогик хеҙмәт юлының иң нәтижәле, тәжрибәле осоронда тора Әнфисә Хатмуллина. Уңыштар юлдаш булһын тырыш тәрбиәсегә!


Гүзәл Шафиҡова,

Балтас районындағы реабилитация филиалының

социаль эш буйынса белгесе.

Бейеү балаға ышаныс өҫтәй
Бейеү балаға ышаныс өҫтәй
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: