Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар 2022, 12:50

Мәктәптәр ябыласаҡ

Сирҙе таратмау маҡсатында балаларҙы дистанцион уҡыуға күсереүҙәре ихтимал.

Мәктәптәр ябыласаҡ
Мәктәптәр ябыласаҡ

Кисә республика мәктәптәре ҡышҡы каникулдан сыҡты. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында ковидҡа ҡаршы сараларҙы көсәйтергә ҡушты.

– Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар хеҙмәткә сыҡты, методик тәҡдимдәрҙе яңырттыҡ, хәҙер ата-әсәләргә температураһы булған баланы мәктәпкә ебәреү тыйыла, – тип белдерҙе Мәғариф министрлығы вәкиле.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ковид сирлеләр күпләп теркәлгән осраҡта мәктәптәр ябыласаҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
https://ye102.ru/articles/2022-01-18/m-kt-pt-r-yabylasa-2657993?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: