

Һәүәҫкәр йырсыларҙың сығышын профессиональ жюри баһаланы. Жюри составында Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Наталья Кондакова, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Мишкә районы Мәҙәниәт һарайының концертмейстр-аккомпаниаторы Данил Әсләмов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүиә Саматова эшләне. Белгестәр бәйгеселәрҙең вокал үҙҙәрен сәхнәлә тота белеү һәләттәрен, репертуарҙың конкурс темаһына тап килеүен баһаланы.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Шишмә районынан Ризида Әхмәтшина, Кушнаренко районынан Илгиз Гәрәев, Роза Сабурова, Ҡариҙел районынан Зилә Рәхмәтова лайыҡ булды.
Мишкә районынан Илфак Арысланов, Кушнаренко районынан Илшат Арысланов, Саҡмағоштан Гүзәл Тәбишева, Туймазынан Тәслимә Абдрахманова, Сәлимә Әхмәтйәнова икенсе урынға сыҡты.
Өсөнсө урынды Гөлназ Шәрифуллина (Балтас), Әфғәт Асҡаров (Асҡын), Фәкил Латыпов (Туймазы) яуланы. Балтас районынан ҡатнашыусы трио икенсе урынға лайыҡ булды. Ҡалған ҡатнашыусылар конкурстың дипломдары менән бүләкләнде. Бәйгеселәрҙең сығышы менән https://vk.com/video/playlist/-99433807_2 һылтанмаһы буйынса инеп таныша алаһығыҙ.
Теманы дауам итеп...
Шамил Шәрифйән улы Хәмәҙинуров 1950 йылдың 2 сентябрендә Мишкә районы Иштебай ауылында тыуған. Ул Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. Шамил Шәрифйән улы йырҙарын башҡорт, татар, мари, сыуаш һәм мордва телдәрендә башҡара, шуға күрә лә төрлө халыҡ араһында һөйөү, хөрмәт яулай. Башҡортостанда һәм унан ситтә тиҙ арала танылыу яулаған «Ихлас» эстрада төркөмөн ойоштороуҙың инициаторы һәм уның етәксеһе була.
Лилиә ХӘСӘНОВА.