

"Балан мәлдерәтеү" - ҙур байрамдың икенсе өлөшө. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уның тәүге өлөшө "Балан бүкәнләү байрамы" тип атала. Ул саҡта балан оҙаҡ һаҡланһын өсөн ҡышҡылыҡҡа епкә бүкәнләп эләләр. Хәҙер иһә уны әҙерләү ваҡыты етте. Әммә бында ла байтаҡ оҫталыҡ талап ителә. "Серҙәш" фольклор коллективы балалар өсөн тейешле оҫталыҡ дәресен күрһәтте. Өләсәйҙәр оҫта эшләгән генә түгел, ә ейәнсәрҙәргә балан емешенең файҙаһы, унан ниндәй ризыҡтар, эсемлектәр әҙерләнеүе хаҡында
һөйләне.
Коллектив етәксеһе Шәйхетдинова Рәмзиә Зекер ҡыҙы әйтеүе буйынса, "Серҙәштәр" ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлә.
Гөлназ Ғәлләмова.