Рәсәй Федерацияһының 14 йәштән алып 22 йәшкә тиклем (йәғни 23 йәше тулып өлгөрмәгән) граждандары.
“Дәүләт хеҙмәттәре” (“Госуслуги”) порталында ғариза тултырғас, йәштәр тиҙ арала “Мир” картаһына эйә буласаҡ. Унан һуң “Госуслуги.Культура” мобиль ҡушымтаһын ҡуйып алырға ла уның аша ниндәй мәҙәни сараға барырға икәнен һайлай башларға ла мөмкин.
Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: “Госуслуги” порталындағы иҫәп яҙмаһы (учетная запись) раҫланған булырға тейеш.
Ундай саҡта яҡын-тирәләге “Почта-банк”ка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бында “Пушкин картаһы”ның пластик вариантын эшләп бирерҙәр. Билет алғанда, кассала ошо карта менән түләргә була. Картаның биҙәлешен һайлап алырға мөмкин: классик дизайн күңелгә ятамы, әллә замансарағымы?
2021 йылда “Пушкин картаһы” булған һәр кемдең иҫәбендә 3 мең һум аҡса ятасаҡ. Шулай булғас, театр йә концертҡа барыр өсөн ошо картаң булыу ҙа етә. Ә киләһе йылға инде аҡса суммаһын 5 меңгә ҡәҙәр арттырыу мөмкинлеге ҡарала.
Тик онотмағыҙ: был аҡсаны фәҡәт рәсми афишала күрһәтелгән мәҙәни йөкмәткеле сараларға ғына тотонорға мөмкин.
Бөтә мәҙәни ваҡиғалар ҙа тиерлек “Культура.РФ” порталында һәм “Госуслуги.Культура” ҡушымтаһында бар. Программала йәмғеһе 1500-ләп мәҙәниәт учреждениеһы ҡатнаша, улар араһында дәүләттекеләр ҙә, шәхси булғандары ла бар. Ил буйлап 10 меңләп ҡыҙыҡлы мәҙәни ваҡиға тәҡдим ителгән дә инде.
Ошонда тағы бер иҫкәрмәгә иғтибар итергә кәрәк: “Пушкин картаһы” ярҙамында киноға йәки циркка билет алып булмай.
Был картаның иң төп өҫтөнлөгөнөң береһе – Рәсәйҙең төрлө ерендә урынлашҡан мәҙәниәт усағына барырға мөмкин булыуы. Әйтәйек, йәш кеше Башҡортостандан ситтә йәшәгән туғандарында ҡунаҡта йә сәйәхәттә йөрөй икән, ти. Шул төбәктең программала ҡатнашҡан театр-музейына ла ул “Пушкин картаһы” менән түләп бара ала. Әлбиттә, пандемияға бәйле сикләүҙәр тураһында иҫтән сығарырға ярамай.
Алда атап кителгән порталдарҙың береһенә инеп, оҡшаған мәҙәни сараны һайларға һәм шул уҡ ҡушымта йә билет операторҙары, йә учреждениеның сайты, йә касса аша түләргә мөмкин.
Ошонда – йәнә иғтибар. Билет исемле була, шуға күрә лә уны дуҫыңа, әхирәтеңә йәки атай-әсәйеңә бүләк итеп булмай!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ундай мөмкинлек юҡ. Шулай ҙа картаны уйлап сығарыусылар был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләй.
Юҡ, мәҙәни сараларға тәғәйенләнгән аҡсаны йыйып барып булмаясаҡ. Быйыл тотоноп бөтөлмәгән аҡса яңы йылдан картаға дәүләт тарафынан бүленгән яңы суммаға еткергәнсе тултырыла. Шулай булғас, театр йә музейға, йә концертҡа, йә күргәҙмәгә барыуҙы икенсе юлға ҡалдырмау хәйерле.
“Пушкин картаһы” буйынса алынған билеттарға ла ҡәҙимге ҡағиҙәләр ҡағыла. Билетты кире тапшырғас, уның хаҡы картаға яңынан ҡайтарыла.
Фото:bashinform.ru
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әҙерләне.