Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Сентябрь 2021, 11:29

Өфөлә Айнур Асҡаров «Йыл ғаиләһе» тигән яңы комедияһын тәҡдим итте

Йәкшәмбе Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Йыл ғаиләһе» фильмының премьераһы алдынан күрһәтеү уҙҙы. Сюжеты ябай: кредитҡа һәм бурысҡа батҡан күп балалы Рәхмәтуллиндар ғаиләһе иҫке генә микроавтобуста «Йыл ғаиләһе» конкурсына бара. Төп бүләк — ғаиләне бөлөүҙән ҡотҡарыу өсөн һуңғы мөмкинлек, тип ышана улар.

Өфөлә Айнур Асҡаров «Йыл ғаиләһе» тигән яңы комедияһын тәҡдим итте
Өфөлә Айнур Асҡаров «Йыл ғаиләһе» тигән яңы комедияһын тәҡдим итте

Башта кинорежиссер Айнур Асҡаровтың яңы эше шау-шыу тыуҙырған «Өфөнән һөйөү менән» фильмының дауамы итеп уйланылған, ләкин аҙаҡ идеяһы үҙгәртелгән. Тамашасылар иғтибарына комедиялы роуд-муви тәҡдим ителде. Автор һәм режиссерҙың даими фекерҙәше Айҙар Аҡманов сценарийҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт драма театры актеры Алмас Әмиров өсөн махсус яҙған. Уның сәйерерәк, ләкин ихлас, һөйкөмлө геройы — күп балалы Алмаз Рәхмәтуллин сюжетта төп урынды алып тора.

Фильм Өфөлә, Әбйәлил һәм Белорет райондарында төшөрөлгән. Режиссер һүҙҙәренсә, роуд-мувиҙы төшөрөү техник яҡтан бик ҡатмарлы булған, өҫтәүенә пландар йәйҙән көҙгә күсерелгән.

«Япраҡтар ҡойола, алтын көҙ ни бары 10 көн дауам итә. Әммә беҙ мөмкин булмағанды эшләнек! — тине кинорежиссер Айнур Асҡаров. — Фильмды 35 көн буйына төшөрҙөк. Һуңғы кадрҙарҙы фильм сығыр алдынан төшөрөп бөттөк».

Фильмда ҡатнашҡан балаларҙың өсәүһе — Константин Хабенскийҙың Өфөләге мәктәп-студияһы тәрбиәләнеүселәре:  (етәксеһе Гүзәл Абушахманова): Лера Протасова (Сәлимә), Кирилл Сысоев (Тимур), Назар Мурашев (Макар). Афробашҡорт Габриэль Адесокан уйнаған блогер Булаттың персонажы бик сағыу килеп сыҡты.

«Балалар — ысын профессионалдар, әҙер актерҙар. Ә Габриэлде беҙ оҙаҡ эҙләнек. «Өфөнән һөйөү менән» фильмын төшөргәндә үк мин лифтта бер малайҙы осраттым, уға алты йәш тирәһе ине. Хәҙер ул үҫкән булырға тейеш, тинем мин. Бөтә Өфөнө ҡыҙырып сыҡтыҡ, тапманыҡ. Мәскәүҙә эҙләй башланыҡ, бер нисә проба ебәрҙеләр, берәүһен һайлап алдым. Малайҙы алып килделәр, эшләй башланыҡ. Асыҡланыуынса, ул элек Өфөлә йәшәгән, лифтта тап уны осратҡанмын икән. Бына шундай ғәжәйеп хәл», — тип һөйләне Айнур Асҡаров.

 

Актриса һәм легендар театр педагогы, профессор Фәрдүнә Ҡасимова уйнаған Өләсәй персонажы ла тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды. Фильмда Өфө театрҙарының билдәле һәм тәжрибәле актерҙары — Рус театры актерҙары Ирина Бусыгина, Рөстәм Ғайсин, Башҡорт драма театры актерҙары Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Айнур Ситдиҡов, Милли йәштәр театрынан Ольга Мусина, Йәш тамашасы театры актрисаһы һәм режиссер Полина Шабаева, популяр башҡарыусы Зәйнетдин ҡатнаша.

Фильмды тағы бер әһәмиәтле персонажы — ябай телдә «РАФик» тип йөрөтөлгән һары микроавтобус. Ул башҡорт кинематографы тарихына ингән дә инде.

«РАФик беҙгә Ҡурғандан килде. Интернетта фотоһын күреп ҡалдым да һатып алдым: алам, ебәрегеҙ, тинем. Икенсе машинаға тейәп килтерҙеләр, тутығып бөткән, йөрөмәй, фотола яҡшыраҡ күренә ине. Уны 55 меңгә һатып алып, 50 мең аҡса һалырға, һәйбәт кенә йөрөр тип уйлағаным. Беҙ уны яҡынса 200 мең һумға ремонтланыҡ, ләкин ул рәтләп йөрөмәне. Хәҙер ул павильонда тора. Ул да беҙҙең актер, персонаж ине, тиҙҙән ул йәнә яңы фильмдың эпизодында төшөргә тейеш», — тине Айнур Асҡаров.
Фильмды төшөрөүселәр — «АскарФильм» һәм Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы. Картина 23 сентябрҙә бөтә Рәсәй прокатына сыға.

 

 

https://www.bashinform.ru/news/1647417-v-ufe-aynur-askarov-predstavil-novuyu-komediyu-semya-goda/

Ләйлә Аралбаева
Теги: кино
Өфөлә Айнур Асҡаров «Йыл ғаиләһе» тигән яңы комедияһын тәҡдим итте
Өфөлә Айнур Асҡаров «Йыл ғаиләһе» тигән яңы комедияһын тәҡдим итте
Өфөлә Айнур Асҡаров «Йыл ғаиләһе» тигән яңы комедияһын тәҡдим итте
Автор:
Читайте нас: