Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2021, 22:40

Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге тантана итте

10 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнелә. Ошо уңайҙан Балтас район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Дуҫлыҡ байрамы гөрләп уҙҙы.

Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге тантана итте
Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге тантана итте

Милли кейем көнө уңайынан Балтас районында төрлө милләт вәкилдәре бөгөн ҡыуанып Дуҫлыҡ байрамында ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев барыһын да байрам менән ҡотланы. Тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафикова сығыш яһаны һәм Башҡортостан Башлығы исеменән ҡотлап, Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамоталарын тапшырҙы. Милли кейем көнө алдынан ойошторолған был тантаналы байрамда милли төҫтәр, биҙәктәр, күлдәктәр күҙ яуын алды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге тантана итте
Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге тантана итте
Читайте нас: