Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Август 2021, 15:01

Батыр тураһында спектакль — асыҡ һауала

27 август киске сәғәт һигеҙҙә «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрында асыҡ һауала генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы «АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА!..» спектакле күрһәтелә.

Батыр тураһында спектакль — асыҡ һауала
Батыр тураһында спектакль — асыҡ һауала

Тамаша генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә арнала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, спектакль БР Милли һәм Хәрби-тарихи музейҙары, БР Милли тарих архивы һәм Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документтарға нигеҙләнеп яҙылған.

Хөрмәтле дуҫтар, тамашаны ҡарарға килгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланырға онотмағыҙ.

Батыр тураһында спектакль — асыҡ һауала
Батыр тураһында спектакль — асыҡ һауала
Автор:
Читайте нас: