Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
27 Май , 11:36

"Уңышлы ханым тип кем әйтмәҫ!"

Китапханасылар конкурсында - Бөрө ҡалаһынан Татьяна Мифтахетдинова.

"Уңышлы ханым тип кем әйтмәҫ!"
"Уңышлы ханым тип кем әйтмәҫ!"

“Өфөләге китапхана техникумынан һуң, йәш кенә килеш, юллама буйынса Бөрөгә эшкә килгәйнем. Хәҙер инде хеҙмәт стажым 35 йыл булып китте”, – ти Бөрө ҡалаһының 2-се китапханаһы мөдире Татьяна Мифтахетдинова.

Ул тәүҙә китапханасы, артабан методист булған, 2004 йылдан иһә, Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлағас, 2-се ҡала китапханаһына мөдир итеп тәғәйенләнгән.

“Беҙҙең эштә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – оло йәштәгеләрҙе һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе хеҙмәтләндереү, – ти Татьяна Ялеевна. – 35 йылдан ашыу Рәсәйҙең һуҡырҙар йәмғиәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, ошо нигеҙҙә күреү һәләтенән мәхрүм китап уҡыусыларға уңайлы шарттар булдырылған. Шулай уҡ 15 йылдан ашыу Бөрө ҡалаһы һәм районының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙ ҙә китапханаға йөрөүселәр һанын арттырыуға булышлыҡ ҡылды”.

Татьяна Ялеевна әйтеүенсә, учреждениеға 2009 йылда “Китапхана – халыҡтың социаль йәһәттән яҡланмаған ҡатламының мәғлүмәт һәм ял үҙәге” статусы бирелгән. Әле Бөрө психоневрология интернатында тәрбиәләнеүселәр менән эш алып барыла.

– Ғөмүмән, ҡалабыҙҙағы күп социаль учреждениелар, йәмәғәт һәм уҡыу ойошмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был йәһәттән ҙур тәжрибә туплағанбыҙ. Китапханабыҙ “мәғлүмәт үҙәге” тигән статусын тулыһынса аҡлай: ул халыҡ араһында популяр, кешеләрҙең рухи мохтажлыҡтарын ҡәнәғәтләндереп, ҡыуандырып тора, бергә туплай, – ти Татьяна Мифтахетдинова. – Беҙҙә илле йәштән үткәндәр өсөн шахмат буйынса һәм “Хәйерле осрашыуҙар” тигән клубтар эшләй. Йәштәргә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Айырыуса Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы, Бөрө кооператив техникумы студенттары менән ныҡлы бәйләнештәбеҙ. Коллективта өс кеше генә булһа ла, барыһына өлгөрөргә тырышабыҙ, һәр эшебеҙҙе юғары кимәлдә атҡарабыҙ. Төрлө йылдарҙа “Өмөт елкәндәре”, “Мәрхәмәтлек”, “Мәрхәмәтлек һәм китап” кеүек ҙур программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ.

Һөнәремде ныҡ яратам. Ул миңә бик күпте бирә: белем, аралашыу, карьера үҫеше, күңел бөтөнлөгө... Эшемдә даими камиллашам. Уңышлы ханым тип кем әйтмәҫ! Тиҙҙән, июндә, 55 йәшем тула. Юбилейымды дәрт-дарман, яңы идеялар менән ҡаршылайым – алда тағы әллә күпме проекттар көтә!

Татьяна Ялеевнаға улы менән ҡыҙы ла һәр саҡ шатлыҡ өҫтәп, яңы үрҙәргә дәртләндереп йәшәй.

Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә барған конкурста ҡатнашыусы китапханасылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ.

Фотолар Т. Мифтахетдинованың шәхси архивынан алынды.

Автор:Дилбәр Ишморатова

Башҡортостан

"Уңышлы ханым тип кем әйтмәҫ!"
"Уңышлы ханым тип кем әйтмәҫ!"
Автор:
Читайте нас: