Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
27 Май , 09:53

"Ейән-ейәнсәрҙәремдә лә китапҡа һөйөү тәрбиәләйем"

Китапханасылар конкурсында – Борайҙан Рәсимә Ғиндуллина.

"Ейән-ейәнсәрҙәремдә лә китапҡа һөйөү тәрбиәләйем"
"Ейән-ейәнсәрҙәремдә лә китапҡа һөйөү тәрбиәләйем"

“35 йыллыҡ эш тәжрибәм булһа ла, көн дә белемемде арттырырға тырышам – заман шуны талап итә”, – ти Борай районы Кәшкәләү ауылы китапханасыһы Рәсимә Ғиндуллина.  

Һәр эште теүәл, намыҫлы башҡарырға өйрәнгән ул. Китапхана хеҙмәте үҙенсәлектәрен дә тулыһынса үҙләштереп, халыҡты китап уҡыуға әүҙем йәлеп итә. Һәр быуын вәкилдәре менән уртаҡ тел табып, уларҙың күңел ихтыяждарын өйрәнеп, китапханаға нығыраҡ ылыҡтыра. Айырыуса балаларға ҙур иғтибар бүлеп, күңелдәрендә әҙәбиәткә һөйөүҙе көсәйтергә ынтыла. Хаҡлы ялдағыларҙы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе йорттарына барып хеҙмәтләндерә.

Рәсимә Фәнир ҡыҙы әҙәбиәт сәғәттәре, уйындар, викториналарҙы даими уҙғара, донъя күргән яңы китаптар тураһында күҙәтеүҙәр менән сығыш яһай. Балалар өсөн үткәргән “Уйын аҙнаһы”, “Оҫта ҡулдар”, “Һорау биреү көнө” кеүек сараларында заманса алымдар ҡуллана, шуға ла йәш быуын уларҙа һәр саҡ ҙур теләк менән ҡатнаша.

Эшенә ҡарата үтә яуаплы, ижади күңелле китапханасы ауылдаштары араһында оло хөрмәт ҡаҙанған.  Уның тырыш хеҙмәте тейешенсә баһаланып та тора. Мәҫәлән, Башҡортостан мәҙәниәт хеҙмәткәре профсоюз комитеты президиумының, Борай үҙәк китапханалар системаһының, район хакимиәте мәҙәниәт идаралығының Почет грамоталары, республика Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән, шулай уҡ һөнәри оҫталығы өсөн бирелгән грамоталары, дипломдары күп.

Урындағы йәмәғәт тормошонда һәр саҡ әүҙем ҡатнашҡан Рәсимә Фәнир ҡыҙы ғаиләһендә лә бәхетле: һөйөклө ҡатын, ике ҡыҙ әсәһе, биш ейән-ейәнсәргә яратҡан өләсәй, хөрмәтле ҡәйнә лә ул. Кейәүҙәренең бәләкәйе әлеге мәлдә махсус хәрби операция биләмәһендә.

“Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнәм, туҡыу буйынса түңәрәккә лә йөрөйөм, – ти Кәшкәләү китапханасыһы. – Шулай ҙа ғаиләм янында булыу, ейән-ейәнсәрҙәремдең үҫешенә өлөш индереү, шул иҫәптән уларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләү күңелгә айырыуса ҙур ҡәнәғәтлек бирә”.

Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә китапханасылар араһында барған конкурста ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ.

Фотолар Р. Ғиндуллинаның шәхси архивынан алынды.

Автор:Дилбәр Ишморатова

Башҡортостан

"Ейән-ейәнсәрҙәремдә лә китапҡа һөйөү тәрбиәләйем"
"Ейән-ейәнсәрҙәремдә лә китапҡа һөйөү тәрбиәләйем"
"Ейән-ейәнсәрҙәремдә лә китапҡа һөйөү тәрбиәләйем"
Автор:
Читайте нас: