Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
28 Октябрь 2023, 10:00

Асау — дуҫ һәм берҙәм йәшәү өлгөһө

Ауылда төрлө милләт кешеләре татыу йәшәй

Асау — дуҫ һәм берҙәм йәшәү өлгөһө
Асау — дуҫ һәм берҙәм йәшәү өлгөһө

Асау ауылында удмурт, татар, башҡорт һәм рус милләтенән булған халыҡ күп йылдар үҙ-ара килешеп, татыу-берҙәм булып, бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын хөрмәт итеп йәшәй.
Милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуҙа байрамдарҙың роле ҙур, сөнки улар аша халыҡтар бер-береһенең мәҙәниәтен, йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнә һәм шулар аша бер-береһенә хөрмәт тәрбиәләй, дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Асау ауылында бындай саралар йыш үтә. Ҡайһы милләттең ниндәй генә байрамы булмаһын, айырма юҡ — татары ла, русы ла, удмурт һәм башҡорто ла әүҙем ҡатнаша. Һабантуй, Науруз, дини байрамдар, Пасха, Масленица һәм башҡалар бирелә ҙурлап һәм гөрләп уҙа.
Ауыл клубында үткәрелә торған байрамдар ҙа милли биҙәктәргә бай. Сәхнәлә төрлө телдә моңдар яңғырай, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле һәм матур.
— Халыҡ беҙҙә ауыл өсөн йән атып йәшәй. Был хаҡта ғорурланып әйтә алам. Шулай бергә һәм берҙәм булғас, барлыҡ эштәрҙе лә ваҡытында һәм тейешле дәрәжәлә башҡарып сығабыҙ. Был берәй сарамы, өмә булһынмы. Ауылыбыҙҙың матурлығы һәм таҙалығы — барыбыҙҙың да уртаҡ тырышлығы. Төрлө байрамдарға, өмәләргә күмәкләп сығабыҙ. Халыҡтың берҙәмлеге — үҙе бер ҡыуаныслы күренеш. Уртаҡ байрамдар, йолалар ауыл тормошон байыта, биҙәй. Улар төрлө быуын вәкилдәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙең дә ныҡлығын күрһәтә, — ти ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Гөлгөнә Хәмиҙуллина.
Асау ауылы данлыҡлы кешеләргә бай. Советтар Союзы Геройы Үлмәҫ Шакиров иҫтәлегенә даими рәүештә төрлө тантаналы саралар үтә бирелә.
— Аяуһыҙ һуғыш яланында Үлмәҫ Шакиров күрһәткән батырлыҡ барыбыҙ өсөн дә үрнәк булып тора. Һуғыш йылдары көндән-көн йырағая барһа ла, яугирҙарыбыҙ күрһәткән батырлыҡтың әһәмиәте кәмемәй. Уларҙың ҡаһарманлығы, үткән тормош юлы үрнәгендә киләсәк быуындар ҙа тәрбиәләнер, — ти Асау ауылы халҡы үҙҙәренең батыр ауылдаштарын иҫкә алып.
Йәй айҙарында ғына Паралимпия уйындары чемпионы Рөстәм Ғарифуллин иҫтәлегенә бюст асылды. Рөстәм Рәфис улы 2005 йылда саңғы буйынса эстафетала “Донъя чемпионы” исеменә лайыҡ булды. 2006 йылда Туринда үткән Паралимпия уйындарында биатлон буйынса ике тапҡыр чемпион, эстафетала көмөш призер булды. Яҡташыбыҙ биатлон буйынса “Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры” (2005), “Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры” (2006) тигән маҡтаулы исемдәргә эйә. 2002-2007 йылдарҙа Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы була. Спорт өлкәһендәге уңыштары өсөн “Салауат Юлаев” (2006) һәм “Дуҫлыҡ” (2008) ордендары менән бүләкләнгән райондашыбыҙ.
Ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ла асылды үткән йыл. Унда Гөлсимә Ғилемшина халыҡҡа 27 йыл медицина ярҙамы күрһәтә.
— Яңы пунктта барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар, йылы, яҡты, иркен. Бина заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Модулле яңы ФАП 315 кешене хеҙмәтләндерә. Уларҙың 46-һы — балалар. 90-ды уҙғандар — дүртәү, 60 йәштән өлкәнерәктәр 116 кеше иҫәпләнә, — ти Гөлсимә Рәдиф ҡыҙы.
Ҙур булмаған һәм матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Асау ауылында яҡшы күңелле, хеҙмәт һөйөүсән, тыуған еренең ҡәҙерен белеүсе, ата-баба йолаларын хөрмәт итеүсе төрлө милләт вәкилдәре бер ғаиләләй татыу йәшәй.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Асау — дуҫ һәм берҙәм йәшәү өлгөһө
Асау — дуҫ һәм берҙәм йәшәү өлгөһө
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: