Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
26 Август 2022, 15:59

Съезда ҡатнашты

Күптән түгел район татарҙары конгресы рәйесе Илгиз Шәкүров VIII Бөтә донъя татарҙары съезында ҡатнашты.

Съезда ҡатнашты
Съезда ҡатнашты

Рәсәйҙең 77 төбәгенән, донъяның 35 иленән килгән делегаттар  татар теле, мәҙәниәте, тарихы тураһында һүҙ йөрөттө, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләне.  VIII съезд Бөтә донъя татарҙары конгресының 30 йыллығына арналды.
— Төп саралар Иҫке Татар биҫтәһендә ойошторолған “Бесән баҙары” фестивале менән башланып китте.  Милли аш-һыу, кейем-һалым, баш кейемдәре һәм биҙәүестәр күҙҙең яуын алып торҙо.  Фестивалдә тәҡдим ителгән тарихи сәхнәләр беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың тормошо тураһында иҫкә төшөрҙө. Артабан делегаттар Иҙел буйы Болғар дәүләтендә Ислам динен ҡабул итеүгә 1100 йыл тулыу уңайынан, Изге Болғар ҡалаһына сәфәр ҡылды. Үҙен татар тип һанаған кеше мотлаҡ рәүештә Болғар ҡалаһында булырға тейеш.  Съездың рәсми өлөшө «Kazan Expo» күргәҙмә үҙәгендә дауам итте. Бында дискуссия майҙансыҡтары эшләне.
Съезд эшен тамамлап, делегаттар Татарстан Республикаһы Башлығы Рөстәм Миңлеханов һәм башҡа билдәле шәхестәр менән әңгәмәлә ҡатнашты. Мин съездан бай тәьҫораттар алып ҡайттым. Ошо мәртәбәле сарала ҡатнашыуыма бик шатмын, — ти Илгиз Шәкүров.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Съезда ҡатнашты
Съезда ҡатнашты
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: