Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
1 Октябрь 2021, 12:20

Байрам концерты

Бөгөн Балтас  район Мәҙәниәт һарайы артистары тура эфирҙа “Бирешмәйбеҙ йылдарға” тип исемләнгән концерт ойошторҙо.

Байрам концерты
Байрам концерты

 

Бөгөн  — Ололар көнө. Ҡәҙерле апай-ағайҙарыбыҙ, өләсәй-олатайҙарыбыҙ!  Һеҙҙе ысын күңелдән оло байрамығыҙ  менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙ - донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә!

                               

Ололар көнөндә йыл да Балтас район Мәҙәниәт һарайында йыйылып, байрам концерты ҡарап, күрешеп, һөйләшеп,  тәмле сәйҙәр эсеп ҡайталар ине. Быйыл бөтөн донъяны баҫып алған тажлы зәхмәт арҡаһында, йыйып булмай ололарҙы. Һәр бер сәбәпкә юл табып булла тигәндәй, район Мәҙәниәт һарайы артистары “Бирешмәйбеҙ йылдарға” тип исемләнгән туры эфирҙа концерт ойошторҙо.

Гөлназ Ғәлләмова.

Байрам концерты
Байрам концерты
Читайте нас: