Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Октябрь , 11:06

Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда мәғарифты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Рәсәй Президенты Владимир Путин, төбәк Башлығы Радий Хәбиров тарафынан белем биреү системаһын яҡшыртыу, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, педагогтарҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу маҡсатынан төрлө конкурстар, саралар ойоштороу буйынса эҙмә-эҙлекле һәм системалы аҙымдар яһала. Шундай мөһим сараларҙың береһе – бишенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән класс етәкселәре форумы.

Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы
Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы

Күптән түгел Мәскәүҙә “Рәсәй” милли үҙәге V Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумына ҡунаҡтар ҡабул итте. Был – юғары дәрәжәлә ойошторолған, меңләгән уҡытыусыларҙың фекер алышыу майҙанына әүерелгән ҙур сара. Бөтә Рәсәйҙән килгән тиҫтәләгән мең ғариза араһынан 1000 делегат биреләге сараға саҡырылған, улар араһында Башҡортостандан 20 педагог республикабыҙ исеменән сығыш яһаны.
Был сарала райондашыбыҙ — Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Светлана Сафиуллина ла ҡатнашты. Ул етди һайлап алыу этабын уңышлы үтеп, V Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Был – һис шикһеҙ, уның һөнәренә булған тырышлығы, яңылыҡҡа ынтылышы һәм уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙә күрһәткән ҙур хеҙмәте өсөн юғары баһа.
— Форумдың беренсе көнө, уҡытыусылар байрамы алдынан, айырыуса рухландырғыс булды. Ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко ҡотланы. Ул үҙ сығышында уҡытыусы һөнәренең әһәмиәтен билдәләп, форумдың ысын хеҙмәт һәм һөнәри оҫталыҡ үрнәге булыуын әйтте. “Класс етәкселәре – ул йәш быуынды тәрбиәләүселәр, улар Рәсәйҙең киләсәген формалаштырыуҙа төп роль уйнай”, – тине Сергей Кириенко, һәр уҡытыусының яуаплылығын һәм мөһимлеген иҫкәртеп.
Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов, үҙ сиратында, форумдың биш йыллыҡ тарихында үҙенең әһәмиәтен иҫбатлағанын билдәләне. Министр әйтеүенсә, был фекер алышыу майҙансығы ғына түгел, ә мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә торған урын да. Мәҫәлән, уҙған йылдарҙа үткән шундай уҡ форумда Бөтә Рәсәй ата-әсәләр комитетын төҙөү ҡарары ҡабул ителгән булған. Был уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең берҙәмлеген һәм уртаҡ маҡсатҡа ынтылышын күрһәтә.
— Өс көн дауамында форумда ҡатнашыусылар көнүҙәк темаларҙы күтәрҙе. Улар араһында уҡытыусы һөнәренең абруйы, балаларҙың шәхесен формалаштырыуҙа ғаилә һәм мәктәптең үҙ-ара бәйләнеше, уҡыусыларҙың фәнни белем алыуҙан өмөттәре, шулай уҡ һөнәри йүнәлеш биреү һәм тәрбиә эшенә яңы ҡараштар тураһында етди фекер алышыуҙар булды. Был дискуссиялар, һис шикһеҙ, алдағы йылдарҙа мәғариф системаһын камиллаштырыуға, уҡытыусыларҙың эшен тағы ла һөҙөмтәлерәк итеүгә йүнәлдерелгән буласаҡ.
Мәскәү. Кремль. Форумға һайлап алыуҙың өсөнсө ынтылышы минең өсөн бәхетле билет булды. Ышанам, был осраҡлылык түгел. Бының өсөн нимә кәрәк? Хыялланыу. Үҙ эшеңде яратырға. Ҡыйынлыҡтар алдында сигенмәҫкә. Илһам сығанаҡтарын эҙләргә. Әлеге форумды ойоштороусыларға барыһы өсөн дә рәхмәт еткергем килә, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Светлана Роберт ҡыҙы.


— Бөгөн класс етәксеһе эше бик мөһим. Ул балалар өсөн генә түгел, ә уларҙың ата-әсәләре өсөн дә ярҙамсы һәм кәңәшсе, балаларға дөрөҫ юл күрһәтергә, уларҙы тормошҡа әҙерләргә һәм үҙҙәрендә шәхес сифаттарын үҫтерергә ярҙам итә, — ти райондашыбыҙ.


Светлана Сафиуллина — 250 йылға яҡын дөйөм педагогик стажы булған Әминевтарҙың педагогик династияһын дауам итеүсе. Уның төрлө дәрәжәләге конкурстарҙағы уңыштарын һанап бөтөп тә булмай.
Һуңғыһын ғына алһаҡ та – республика күләмендә класс етәкселәре араһында үткәрелгән “Иң шәп класс етәксеһе” конкурсы. Әлеге бәйгелә республиканың иң яҡшы класс етәкселәре үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Биреләге конкурста барлыҡ этаптарҙы ла лайыҡлы үтеп, Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Светлана Сафиуллина конкурстың йомғаҡлау этабында “Балалар таныуы” номинацияһында еңеүсе булды. Был — Светлана Роберт ҡыҙының педагогик оҫталығын, балаларҙы яратыуын һәм уларға үрнәк булыуын таныу.
Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолдо. Стратегик партнерлыҡта “Диалог Регионы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма сығыш яһаны. Бындай масштаблы һәм юғары дәрәжәлә ойошторолған саралар, уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын нығытыуға, яңы идеялар “тыуҙырыуға” һәм, иң мөһиме, киләсәк буынды сифатлы итеп тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостанды шундай әһәмиәтле форумда күрһәтеү хоҡуғын алған райондашыбыҙ менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ. Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Светлана Сафиуллинаның уңышы райондағы педагогик потенциалдың юғары дәрәжәлә булыуын иҫбатланы.

Фекер..
Айдар Хисмәтов, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы:
— Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы – ул беҙҙең илдә мәғарифтың абруйын күтәреүгә, һөнәри сифаттарҙы арттырыуға йүнәлтелгән иң мөһим проекттарҙың береһе. Был сара класс етәкселәренең бай эш тәжрибәһен бөтә ил буйынса таратыу, заман менән бергә атлау һәм иң мөһиме – педагогтарҙы алға табан яңы уңыштарға дәртләндереү өсөн бик кәрәк. Светлана Роберт ҡыҙы кеүек энтузиаст уҡытыусыларыбыҙҙың бындай юғары дәрәжәлә ойошторолған сараларҙа ҡатнашыуы ҙур хөрмәткә лайыҡ. Әлеге форумдың килсәсәктә лә уңышлы ғына үткәрелеүенә һәм унда Башҡортостан, Балтас районы педагогтарының лайыҡлы урын алып тороуына ысын күңелдән өмөтләнәбеҙ.

Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:
Читайте нас: