Уҡыусыларыңдың тормошта үҙ юлын табып, татыу ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт балалар тәрбиәләүе һәр уҡытыусы өсөн ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡтыр. Рузанна Фидарат ҡыҙы нәҡ шундай ғорурланырлыҡ уҡыусыларымдың береһе. Бөгөн ул бына тигән өс балаға хәстәрлекле әсәй, ире өсөн ышаныслы һәм һөйөклө ҡатын, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәүсе бар эшкә лә өлгөр хужабикә.
Яугилде ауылында йәшәүсе Рузанна һәр саҡ тырышлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ өлгөһө булды. Урындағы мәктәпте тамамлағас, ул Бөрө медицина колледжына уҡырға инде. Изге күңелле ҡыҙ унда белем генә түгел, ә мәрхәмәтлелек һәм оло йөрәк талап иткән һөнәр үҙләштереп, тыуған ауылына эшкә ҡайтты.
Бөгөн Рузанна тормош иптәше Илсур менән матур донъя ҡороп, барыһын да һоҡландырып йәшәй. Улар береһенән-береһе теремек өс бала — Әнүәр, Илһөйә, Рианнаны тәрбиәләй.
Нартдиновтар Белем көнөн айырыуса ҙур тулҡынланыу менән көтә, сөнки ете йәшен тултырған Әнүәр улдары быйыл әсәһе уҡыған мәктәпкә 1-се класҡа уҡырға бара.
Рузанна әле ҡыҙы Рианна менән декрет ялында. Балалар тәрбиәләү менән бергә яратҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт таба. Матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикә сәскәләр үҫтерергә ярата, шуға ла уларҙың йорто йәйгеһен күҙ яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелә.
Ғаилә башлығы Илсур ҙа бар эшкә лә оҫта. Үҙмәшғүл булараҡ, ул социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам алып, тормош иптәше менән ныҡлы хужалыҡ төҙөй. Уларҙың ихатаһында һыйырҙар ҙа, быҙауҙар ҙа, ҡош-ҡорт та бар. Йүнсел ғаилә ҡышҡылыҡҡа етерлек итеп малдарына бесән дә әҙерләй.
Өс бала үҫтереүсе Нартдиновтар дәүләт ярҙамын тойоп йәшәй. Әсәлек капиталы ярҙамында һатып алған йорттары ғаилә йылыһына, балаларҙың шат тауышына сорналған.
Күптәр еңел юлдар эҙләгән осорҙа Нартдиновтар бәхеттең көндәлек тырышлыҡтан тыуыуын үҙ миҫалдарында иҫбат итеп йәшәй. Илсур Дамир улы менән Рузанна Фидарат ҡыҙы балаларын наҙ-һөйөүгә төрөп, бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерә. 1-се класҡа уҡырға барыусы Әнүәр улдары бәхетле ата-әсәгә яңы һөйөнөстәр бүләк итһен.
Фәрзиә Сөләймәнова,
Яугилде мәктәбе уҡытыусыһы.