Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Май , 14:47

Тырышлығы менән һоҡландыра

Алһыу Миндиярова Борай 3-сө урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы. Тырыш ҡыҙ быйыл район хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булды.

Тырышлығы менән һоҡландыра
Тырышлығы менән һоҡландыра


Бала саҡтан табип булырға хыялланған ҡыҙ маҡсатына ирешер өсөн барыһын да эшләй. Алһыу тәбиғәтте ярата, экология менән ҡыҙыҡһына, шуға ла химия һәм биология дәрестәрен айырыуса үҙ итә. 9-сы класты тамамлағанда Алһыу рус теле һәм математиканан тыш, ошо ике фәндән дә имтиханды “бишле”гә тапшыра.
Быйыл Алһыу Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында биология, экология, рус теле, әҙәбиәт һәм Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса призер булған. Олимпиаданың муниципаль этабында иһә был фәндәргә өҫтәп, инглиз теле, МХК-нан – еңеүсе, физик культура, татар теле һәм әҙәбиәтенән призлы урын ала. Ағымдағы йылда «Ҙур саҡырыуҙар» Бөтә Рәсәй фәнни-технологик проекттар конкурсының «Экология һәм климат үҙгәрештәрен өйрәнеү» йүнәлешендә еңеүсе була.
2024 йылда Ҡазанда Ҡәйүм Насыри исемендәге төбәк-ара үҫмерҙәр фәнни-тикшеренеү уҡыуында 3-сө урын яулай һәм ошо ҡаҙанышы һөҙөмтәһендә ул Сириус мәғариф үҙәгенә химия буйынса уҡыу программаһына эләгә.
Алһыу тик торорға яратмай: спорт менән шөғөлләнә, баскетбол, теннис уйнарға ярата, тимераяҡта шыуа, кистәрен йүгерә. Әммә иң яратҡаны – туризм. Ул тәбиғәт таҙалығы өсөн көрәшә, экологияны ныҡлап өйрәнә. 2023 йылда Силәбелә үткән балалар экологик форумында ла ҡатнашыу бәхетенә ирешә.
Волонтер булараҡ, шишмәләрҙе, һыулыҡтарҙы, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу өмәләрендә әүҙем ҡатнаша.

Венера Арысланова.

Автор:
Читайте нас: