Йәнтөйәк
0 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Сентябрь 2024, 10:15

Заман менән бергә атлаусы ғалим

студенттар менән фәнни-тикшеренеү эштәре алып бара

Заман менән бергә атлаусы ғалим
Заман менән бергә атлаусы ғалим

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаусы уҡытыусы-ғалимдар байтаҡ. Уларҙың береһе — иҡтисад фәндәре докторы, профессор, уҡыу йортоноң информатика һәм иҡтисад кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Евгений Владимирович Стовба. Ул 9-сы һанлы урта мәктәпте көмөш миҙалға, ә 1999 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.


Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары территориаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади үҫешен стратегик планлаштырыу һәм күҙаллау, иҡтисадтың аграр секторы предприятиелары эшмәкәрлеген моделләштереү менән бәйле. Был юҫыҡта уның 400-ҙән ашыу фәнни мәҡәләһе бар, шул иҫәптән 110-дан ашыуы Рәсәйҙең мәртәбәле фәнни журналдарында баҫылып сыҡҡан, ә 20-нән ашыу мәҡәләһе АҠШ, Великобритания, Польша, Сингапур, Мысыр кеүек сит илдәрҙең иҡтисад журналдарында нәшер ителгән. Мәскәү ҡалаһының үҙәк нәшриәттәрендә дүрт ғилми монографияһы донъя күргән, йәнә һигеҙ монографияның коллектив авторҙашы. Ил кимәлендәге бер нисә фәнни журналдарҙың редколлегия ағзаһы. 2014–2018 йылдарҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эргәһендәге комитетта экология, тәбиғәттән файҙаланыу һәм аграр мәсьәләләр буйынса эксперт советы ағзаһы була. Уның фәнни эшмәкәрлеге БР мәғариф министрының, Өфө фән һәм технологиялар университетының һәм уҡыу йортоноң Бөрө филиалы тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.


“Башҡортостанда “Фән” милли проекты сиктәрендә беҙҙең өсөн мөһим, стратегик әһәмиәтле булған донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге төҙөйбөҙ. Был эштә беҙ инвестицияны үҫтереү, иҡтисадты технологик модернизациялау, фәнде, мәғарифты һәм бизнесты интеграциялау кеүек төп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлеш тотабыҙ. Былар барыһы ла кешелек капиталының үҫешенә килтерергә тейеш”, – тип әйткәйне республика Башлығы Радий Хәбиров.


2021 йылда “Төбәктәге ауыл территорияһының тотороҡло үҫеш стратегияһы” темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Иҡтисадтың аграр секторына фәнни ҡыҙыҡһыныуы студент саҡтан уҡ башлана һәм фәнни эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә. Мәҡәләләре аграр иҡтисад мәктәбенә нигеҙ һалыусы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Үзбәк Ғосман улы Ғосманов етәкселегендә яҙыла. Башҡорт дәүләт аграр университетындағы иҡтисад факультеты аспирантураһының көндөҙгө бүлеген тамамлағандан һуң уның етәкселегендә үк Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә ике йүнәлеш буйынса иҡтисад фәндәре кандидаты исеменә уңышлы диссертация яҡлай. Диссертацияһының темаһы Бөрө районының аграр секторы иҡтисады үҫешен анализлауға бағышлана. Артабан докторлыҡ диссертацияһы өсөн ғилми тикшеренеүҙәре бер район менән генә сикләнмәйенсә, ауыл территорияларының тотороҡло үҫеш стратегияларының барлыҡҡа килеүен республика кимәлендә тормошҡа ашырыу менән туранан-тура бәйле була. Был юлы иһә ғилми консультант вазифаһын күренекле ғалим-иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры Рәсүл Үзбәк улы Ғосманов үтәй.


Эҙләнеү эшен республиканың 22 муниципаль берәмеге, шул иҫәптән Бөрө районының ҡара тупраҡһыҙ зоналары материалдары нигеҙендә алып бара. Стратегик үҫеште проектлаштырғанда демография һәм кеше капиталы үҫеше, ауыл халҡының йәшәү кимәле һәм сифаты, ауылдың социаль торошо һәм инфраструктураһы, ауыл иҡтисады кеүек төп статистик күрһәткестәрҙе иҫәпкә ала. Тикшеренеүҙә Башҡортостан һәм Рәсәй статтарының һуңғы 20 йыл эсендәге фактик күрһәткестәре, шулай уҡ форсайт-эҙләнеү, анкета һөҙөмтәләре, ҡайһы бер формаль булмаған социаль һәм иҡтисади күрһәткестәрҙе файҙалана. Былар барыһы ла территориаль берәмектәрҙең хәҙерге хәленә аныҡ баһа биреү һәм перспективала ҡайһы бер иҡтисади-социаль күрһәткестәрҙе күҙаллау мөмкинлеген бирә.


“Бөгөн ил кимәлендә ауыл хужалығының иҡтисади үҫеше мөһим проблемаларҙың береһе булып тора. Ғилми яҡтан иҫбатланыуынса, продукцияның бер процентҡа артыуы ғына ла иҡтисадты ике проценттан артыҡ алға ебәрә. Ауыл хужалығының бер хеҙмәткәре халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарында эшләүсе һигеҙ кешене матди яҡтан тәьмин итә ала. Бөрө районы иҡтисадының үҫешендә ауыл хужалығы һәм туризм төп сығанаҡ булып тора. Шуға ла федераль һәм республика етәкселәре предприятие ойошмаларына, эштәрен башлаусыларға һәм йәш эшҡыуарҙарға тейешле финанс ярҙам күрһәтеп тора, иҡтисадты үҫтереүҙең бер тармағы булараҡ, туризмды үҫтереүгә иғтибар бүленә.
Шулай уҡ урында етештерелгән продукцияны бренд юғарылығына күтәреү буйынса тейешле саралар күрелә. Был йәһәттән беҙҙең район етәкселеге тарафынан да байтаҡ уңышлы эштәр башҡарыла. Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы сәнәғәтенең дә перспективаһы ҙур. Эре көнбайыш компанияларының Рәсәй иҡтисадынан китеүе, импортты алмаштырыу курсына ярҙам итеү, халыҡтың урындағы фермер хужалығы продукцияһына ихтыяжы артыуы илебеҙҙең агросәнәғәте үҫешенә ҙур мөмкинлектәр бирә. Былар барыһы ла органик һәм экологик таҙа аҙыҡ-түлек етештереүгә, ауыл хужалығы сеймалын һәм аграр продукцияһын ҡабаттан эшкәртеүгә, етештереү мөмкинлектәрен киңәйтеүгә килтерә. Бөгөн райондарҙың эффектлы функция үтәүендә иҡтисадты һанлаштырыу, шулай уҡ етештереү өлкәһендә һанлаштырыу технологияһын ҡулланыу ҙур роль уйнай. Шуға күрә беҙҙең райондың иҡтисади үҫешен ғилми нигеҙҙә күҙ алдына килтереүгә ярҙам итерлек киң практик тәҡдимдәрҙән торған мәҡәләләр йыйынтығымды баҫтырып сығарырға ниәтләйем. Бында, әлбиттә, Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары миҫалында бизнес-структураларҙың һәм йәш эшҡыуарҙарҙың үҫешенә стимул бирергә, инновацион стартаптарға ярҙам итеүҙә үҙебеҙҙәге уңышлы тәжрибәгә таянырға кәрәк”, – ти Евгений Владимирович.

Фекер...
Александр Федорович Пономарев, ӨФһТУ-ның Бөрө филиалының фән буйынса директор урынбаҫары:
— Евгений Стовба, төбәктең һәм райондың ауыл хужалығы эшмәкәрлеген һәм иҡтисади торошон ғилми күҙлектән тикшереүсе ғалим булараҡ, студенттар менән дә әүҙем шөғөлләнә. Үҙе лә Рәсәйҙең гуманитар фәнни фондының һәм Рәсәй тәрән тикшеренеүҙәр фондының дүрт грантын яулаған.
Филиалда Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Бөрөләге бүлеге менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә асылған лаборатория ла студенттарҙың һандар донъяһында креатив фекер йөрөтөүен, аҡыллы хәл итеү юлдарын табырға булышлыҡ итә. Бында буласаҡ иҡтисадсылар остаздары менән берлектә аныҡ шарттарҙа һанлы иҡтисад үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен сисә һәм блокчейн, һанлы платформа, яһалма интеллект, нейробәйләнеш кеүек яңы һанлы технологияларҙы йәйелдерә ала, үҙҙәренең киләсәктәге гранттары һәм стартаптары өсөн йәш инновацион идеяларын формалаштыра.

 

Ғәлиә ҒәниевА.

Автор:
Читайте нас: