Быйылғы уҡыу йылына “Фармацевтика”, “Дауалау эшмәкәрлеге” һәм “Шәфҡәт туташы эшмәкәрлеге” йүнәлешендәге бүлектәргә йәмғеһе 500 бюджет урын бүленгән. Бынан тыш, абитуриенттарҙың коммерция нигеҙендә уҡырға инеү мөмкинлеге бар.
Алдынғы ҡарашлы етәксе Нилә Сабит ҡыҙы Белобородова инициативаһы менән уҡыу йорто “Мәғариф” милли проектының “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы эш алып бара.
Мәскәү өлкәһе Реутов ҡалаһында Өҫтөнлөклө һөнәри әҙерлек үҙәгендә ойошторолған проекттарҙы яҡлау конкурсында Бөрө медицина-фармацевтика колледжы республиканан берҙән-бер уҡыу йорто булараҡ сығыш яһаған һәм барлыҡ эш һөҙөмтәһе буйынса 100 балл йыйған. Шулай уҡ был сарала проекттарҙың Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ чемпионатында ҡатнашыу мөмкинлеге менән Топ-лидерҙар исемлегенә индерелгән. Әйткәндәй, федераль проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған майҙансыҡ «Йәш һөнәрмәндәр» ярышын ҡабул итте лә инде. Өс көн буйына Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йыйылған 50-нән ашыу бәйгесе “Дауалау эшмәкәрлеге” һәм “Акушер эшмәкәрлеге” буйынса төрлө компетенцияларҙа үҙҙәрен һынап ҡараны.
Ғөмүмән, ил күләмендә белемле студенттарҙы туплау өсөн уҡыу йортоноң заман талаптарына ярашлы булыуы мөһим. Шуға күрә субсидия аҡсаһы, тәү сиратта, уҡыу йортоноң матди-техник базаһын төҙөкләндереүгә бүленә – уҡыу корпустарына ремонт эшләнә. Йәнә уҡыусыларға урында уҡ практик тәжрибә туплау мөмкинлегенә эйә булыу өсөн алдынғы медицина кәрәк-яраҡтары, күнекмәләр өсөн манекендар алына, студенттар өсөн оҫтаханалар майҙансығы булдырыла.
Майҙансыҡта студенттарҙың лекцияла алған белемдәрен нығытыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп йыһазландырылған лабораторияларҙа педагогтар менән берлектә биохимия анализы алыу, йөклө ҡатынды ҡарау, яңы тыуған баланы ҡулға алыу, төрлө йәрәхәттәрҙе бәйләү кеүек практик эштәр алып барыла. Ә фармацевтика йүнәлешендәге лабораторияла студенттар дарыуҙар менән эш итә.
Уҡыу йортон тамамлаусыларҙың күбеһе һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Был тәңгәлдә дәүләт ҡарамағындағы учреждениелар менән килешеү төҙөлгән. Дипломлы белгестәр эш биреүселәр ҡуйған талаптарға адаптация үтергә әҙер. Шулай уҡ уҡыуын дауам итер өсөн юғары уҡыу йорттарына барыусылар бар. Әйтергә кәрәк, Нефтекама ҡалаһында колледждың филиалы асылды. Заманса лабораториялар һәм яңы асылған филиалдар йәштәргә сифатлы белем алырға һәм үҙебеҙҙең республикала ҡалырға мөмкинлек бирә.
Бөрө медицина-фармацевтика колледжында уҡыу-уҡытыу эше менән берлектә тәрбиәүи сараларға ла иғтибар бирелә. Ирекмән студенттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрҙәре эшләй, дарыу үләндәре йыя, хаттар яҙа...
Күптән түгел “Дауалау эшмәкәрлеге” йүнәлешендә белем алыусы II курс студенты Илнур Хәйруллин республика профсоюздарының “Ватан. Хеҙмәт. Ғаилә” патриотик йырҙар конкурсында ҡатнашып, III дәрәжә лауреат булды.
Киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәй колледж. Шулай ҙа, иң мөһиме булып һаулыҡ һаҡлау системаһын юғары квалификациялы урта звено кадрҙары менән тәьмин итеү тора.
Фекер...
Нилә Белобородова, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры:
— Бөгөн урта һөнәри белем биреү учреждениелары илгә квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә мөһим роль уйнай. Һәр дипломлы белгес үҙ өлкәһендәге компетенцияларға эйә булырға һәм эш тәҡдим итеүселәрҙең талаптарына яуап бирергә тейеш. Шуға күрә студенттарҙың, улар менән эшләүсе уҡытыусыларҙың мотивацияһын үҫтереү, уҡыу йортоноң инфраструктураһын яңыртыу буйынса системалы эш алып барыу мөһим.
"Һығылмалы булыу һәм заманса талаптар өсөн белгестәр әҙерләү мөһим. Әле хеҙмәт ресурстары өсөн көрәш бара. Иҡтисад үҫешә, белгестәр кәрәк булған яңы предприятиелар барлыҡҡа килә. Йәштәр тыуған республикаһында уҡыһын һәм артабан хеҙмәт һалһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Кеше ресурсы – ул төп байлыҡ", – ти республика Башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү өлкәһенең матди-техник базаһын модернизациялау биш йыл элек башланды. 90 урта махсус уҡыу йортон ремонтлауға һәм йыһазландырыуға 700 миллион һум йүнәлтелгән, бындай ҙур финанслауҙы һөнәри белем биреү системаһы 30 йылдан ашыу күргәне юҡ ине. Колледждарҙа оҫтаханалар йыһазландырыу, яңы ҡорамалдар урынлаштырыу менән шөғөлләнәләр, ятаҡтарҙы тәртипкә килтерә башланылар.
Дөйөм алғанда, ике йыл эсендә республиканың 20 колледжынан 24 мең самаһы бала яңыртылған уҡыу корпустарында белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Быйыл тағы 15 уҡыу йортона капиталь ремонт үткәреү өсөн 330 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Матди техник базаны нығытыу шул иҫәптән федераль субсидиялар иҫәбенә лә башҡарыла.
2019 йылдан 60 колледжда 188 заманса оҫтахана ойошторолдо, шуларҙың 79-ы – милли проект сиктәрендә, 109-ы – “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты мираҫы.
Башҡортостан “Профессионалитет” проектына әүҙем инде, уның сиктәрендә 2025 йылда 19 үҙәк эшләйәсәк, уларҙы ойоштороуға 1,62 миллиард һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп ителгән, республика бюджетынан 860 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Үҙәктәр һаны буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә беренсе урында килә.
Ғәлиә ҒәниевА.
Бөрө районы.