Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Июнь , 09:00

Һуңғы ҡыңғырау сыңы оло юлға оҙата

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы.

Һуңғы ҡыңғырау сыңы оло юлға оҙата
Һуңғы ҡыңғырау сыңы оло юлға оҙата

Мәктәп директоры Рәзилә Әминова күркәм байрам менән ҡотлап, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләргә йөрәк түренән сыҡҡан ихлас теләктәрен еткерҙе һәм барлыҡ сығарылыш уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтихандарына үтә алыуҙары тураһында бойороҡто уҡып ишеттерҙе.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Инзилә Ғасимйәнова уңыштарға ирешер өсөн иң беренсе белем һәм тырышлыҡ кәрәклеген билдәләп, алда торған тормош һынауҙарын лайыҡлы үтергә, ҡаушамаҫҡа, бер туҡтауһыҙ алға ынтылырға өндәне.
Сығарылыш класс уҡыусыларына шулай уҡ үҙҙәренең ихлас теләктәрен беренсе уҡытыусылары Флүзә Мөхлисова, класс етәкселәре Фәридә Шәртдинова һәм ата-әсәләр исеменән Лилиә Ҡаһирова еткерҙе.
Байрам барышында теләктәр бер-бер артлы яуҙы. Тәбрикләүҙәргә 1-се класс уҡыусылары ла ҡушылды. Улар ҡағыҙҙан яһалған самолеттарға үҙ теләктәрен яҙып тапшырҙы. Бәләкәстәр тарафынан яһалған бүләктәр яңы уңыштарға ышаныс бирһен.
Мәктәп тормошо уҡыу ғына түгел, ул шулай уҡ бихисап төрлө сараларға ла бай. Ошо дәүерҙә Бөтә Рәсәй, республика, төбәк, район конкурстары, фән олимпиадалары, ярыштар һәм төрлө ижади бәйгеләрҙә еңеү яулаған йондоҙсоҡтар барлыҡҡа килә. Һәм әлеге тантанала уҡыу алдынғылары, мәктәп, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарҙы Почет грамоталары менән бүләкләнеләр.
Һуңғы ҡыңғырауҙы Нейлә Мәхмүтова менән Айнур Айдарбәков сыңлатты. Был сыңлау имен тормошҡа саҡырғандай, ә һуңғы вальс, күккә осоролған аллы-гөллө шарҙар яҡты киләсәккә ишара булды.

Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:
Читайте нас: