Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Апрель , 14:47

Борайҙа үткән семинар

башҡорт теле уҡытыусыларын бергә йыйҙы

Борайҙа үткән семинар
Борайҙа үткән семинар

Борай 3-сө мәктәбендә «Башҡорт телен уҡытыуҙа көнүҙәк проблемалар” тип аталған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика семинары үтте.
Сарала Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Зәкиә Ғәбитова, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова, ошо үҙәктең баш белгесе Алита Лоҡманова, 22 ҡала һәм райондан килгән мәғариф бүлектәренең туған тел методистары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Уларҙы семинар барышында Борай район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Рәмилә Солтанова оҙатып йөрөнө.
Семинар район мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Мостафиндың сәләмләүенән башланды. Артабан туған телдәр буйынса методист Рәмилә Солтанова Борай районында туған телдәрҙе уҡытыу торошо менән таныштырҙы.
Дәрестән тыш эшмәкәрлектә Борай 3-сө урта мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Ғәйнетдинова “Интерактив башҡорт теле” дәресенән өҙөк күрһәтте. Борай 2-се гимназияһы уҡытыусыһы Елена Ғарифйәнова уҡыусылары менән “Башҡорт бейеүҙәрен бейе” тигән сарала бейеү элементтарын күрһәтте. Дәрестән тыш эшмәкәрлекте йомғаҡлап, Борай 3-сө урта мәктәбенең Зимфира Йәғәфәрова етәкселегендәге театр түңәрәгенең эше күрһәтелде.
Практик өлөш асыҡ дәрестәрҙән торҙо. Бер төркөм семинарҙа ҡатнашыусылар — Борай 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Мостафина үткәргән, икенсе төркөм Борай гимназияһы уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева үткәргән дәрестәрҙә булды.
Лилиә Ғәйнетдинова, Зимфира Йәғәфәрова, Айгөл Камаева ойошторған “Ҡыр ҡаҙҙары булып ҡайтырбыҙ” тип аталған кластан тыш сара бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һуғыш осорондағы ваҡиғаларҙы сәхнәләштереү концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Семинар “түңәрәк өҫтәл” артында әңгәмәләшеү менән тамамланды. Унда баш ҡаланан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар Зәкиә Ғәбитова менән Әлфиә Әбделмәнова сығыш яһаны. Башҡорт телен уҡытыуҙа тыуған проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Спикерҙар сығыштарында башҡорт теле халыҡтың хәтере, йәне, иң ҙур байлығы булыуын билдәләне.
Был сарала Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре генә түгел, уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа теләп ҡатнашты, аралашты, фекер алышты, тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм бындай осрашыуҙарҙың юғары әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.


Лира Юрасова.
Борай районы.

Борайҙа үткән семинар
Борайҙа үткән семинар
Автор:
Читайте нас: