Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Апрель , 09:25

Беренсе класҡа ғаризаны өйҙән сыҡмайынса бирегеҙ!

Быйыл “Дәүләт хеҙмәттәре” аша уҡырға барырға ғариза биреүселәр һаны артҡан.

Беренсе класҡа ғаризаны өйҙән сыҡмайынса бирегеҙ!
Беренсе класҡа ғаризаны өйҙән сыҡмайынса бирегеҙ!

Апрелдең тәүге ике көнөндә буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре һәм опекундары электрон сервистар аша 11 мең ғариза ебәргән.

Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, ике меңгә күберәк. Дәүләт хеҙмәттәре порталын үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү "Һанлы иҡтисад“  милли проектының төп бурыстарының береһе булып тора.

“Электрон вариантта бирелгән ғаризаларҙың артыуы ата-әсәләрҙең “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына ихтыяжы барлығын күрһәтә, – тине БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. – Бындай формат ваҡытты аҙыраҡ сарыф итергә һәм ҡабул итеүҙең тәүге көндәрендә үк ғариза ебәрергә мөмкинлек бирә. Быйыл иһә ғаризаны алдан тултырып, шәхси кабинетта һаҡларға, ә 1 апрелдә уны ебәрергә мөмкин булды”.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, әгәр баланы беренсе класҡа яҙыуға ғариза “Дәүләт хеҙмәттәре” (федераль йәки төбәк порталы) аша бирелгән булһа, мәктәпкә документтар алып барырға кәрәкмәй. Тик льготалы ҡабул итеү хоҡуғы тураһындағы документтар был ҡағиҙәгә ҡарамай.

Билдәле булыуынса, "Һанлы иҡтисад" (национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: gtrk.tv

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Автор:
Читайте нас: